– Алло, улым, һин ашаныңмы?
– Әсәй, мин, ғөмүмән, өйләнгәнмен.
– Шуға күрә шылтыратам да инде.
***
Һунарсылар һөйләшә.
– Мин Антарктидала бер атыуҙа ике кит үлтерҙем.
– Ә мин Төньяҡ ҡотопта үҙ ҡулдарым менән аҡ айыуҙы быуҙым.
– Берәйегеҙҙең Үле диңгеҙ тураһында ишеткәне бармы?
– Бар, әлбиттә.
– Уны мин...
***
– Күптән күрешкәнебеҙ юҡ, һаулығың нисек?
– Ниңә һин минең һаулығым менән ҡыҙыҡһынаһың әле? Мин һине васыятнамәгә индермәнем.