+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
4 Сентябрь 2023, 09:28

Солтангәрәй үлгән (Солтангәрәй үҙе үлмәҫ борон уйлап сығарҙы)

Динис телефондан да, күргән кешеләргә лә хәбәр һала: "Ишеттегеҙме әле, Рәшит абзый үлгән бит! Солтангәрәй! Вьетнамдан ҡайтып килешләй самолеты боҙолған да Гималай тауҙарына йығылып төшкән". Хәбәрҙе ишетеп, кешеләр берәм-берәм бүлмәгә инә.

Солтангәрәй үлгән (Солтангәрәй үҙе үлмәҫ борон уйлап сығарҙы)
Солтангәрәй үлгән (Солтангәрәй үҙе үлмәҫ борон уйлап сығарҙы)

1979 йылдың октябрь айы. Матбуғат йорто. "Пионер" журналы мөхәррире Динис Бүләковтың кабинеты. Динис телефондан да, күргән кешеләргә лә хәбәр һала: "Ишеттегеҙме әле, Рәшит абзый үлгән бит! Солтангәрәй! Вьетнамдан ҡайтып килешләй самолеты боҙолған да Гималай тауҙарына йығылып төшкән". Хәбәрҙе ишетеп, кешеләр берәм-берәм бүлмәгә инә.

Әнғәм Атнабаев. Ы-ы, шул хәбәр чын булып чыктымы инде, ы-ы? Рәшит, ы-ы, зур яңалыҡ, әйтмәгән инде, ы-ы...

Сафуан Әлибаев. (Күҙен сырт-сырт йомоп ҡарап тора. Эстән генә уйлай). "Солтангәрәй үҙенә тейешен алып бөткәйне инде".

Динис Бүләков. (Үҙе ҡайғылы төҫ менән тора, эстән уйлай). Былай булғас, иң ҙур прозаик булып мин ҡалам инде.

Рауил Бикбаев менән Тимер Йосопов килеп инә.

Тимер Йосопов. (Бер Динискә, бер Рауилға ҡарай). Нимә, Солтангәрәйме? Үлгәнме?

Рауил Бикбаев (Хәсрәтле төҫ менән Тимергә ымлай: "Киттек!")

Тимер Йосопов. Нимә. "Экспресс"ҡа барабыҙмы, "Золотой колос"ҡамы? (Аяғөҫтө генә тамаҡлана торған кафеларҙың исемен әйтә).

Рауил бер ирене менән генә, "лауылдама, бер аҙҙан минең арттан сыҡ", тигән ишара яһай. Китә, Тимер шунда уҡ урынынан ҡуҙғала.

Әнүр Вахитов килеп инә. Бер ҡулында оло портфель тотоп, башын бер яҡҡа ҡыйшайта биреп, иҙәнгә текәлеп тора. Бер ни өндәшмәй.

Рәшит Шәкүр (ярһыған). Ниңә башҡорт үлеп ятырға тейеш инде?! Ярамағанмы ни шунда урыҫ-фәлән йығылып үлһә!

Муса Ғәли: У жас! Былай ҙа сирләп тора инем (түшен тота), ҡайтып ятайым әле. (сығып китә).

Рафаэль Сафин. Бәрәкәтал-ал-ла! Бына, йәмәғәт, бер нәмә бар донъяла, кеше йәшәй-йәшәй ҙә үлә лә китә...

Барый Ноғоманов. Ниңә, үлгәс бик һәйбәт булған!

Фәүзиә Рәхимғолова. Ки-ит инде, мынау Эр-әшит шунда барып үлеп ятмаһа, беҙҙең Маҡар районында ла тауҙар бөтмәгән инде.

Кәтибә Кинйәбулатова. А-та-аҡ, шулаймы ни! Рамаҙаным Мәскәүҙән ҡайтырға тейеш ине, телеграмма бирәйем әле: самолетҡа ултырмаһын, поезд менән ҡайтһын.

Аҫылғужа Баһуманов. (Уйлап тора). Урынына кемде алырҙар икән? Гәзиттә эшләү бигерәк ялҡытты.

Сабир Шәрипов. Ҡәбер ҡаҙыу тағы минең елкәгә төшә инде. Һалышып алдылар. Ярай, Рәшит ағай былай арыу кеше, йәлке түгел. Ошо ятҡанында ла берәй этлек уйлап яталыр әле...

Руслан Мәҡсүтов. Беҙ бер площадкала йәшәнек. Поминка яһап тормаҫтармы икән?

Әнүр Вахитов өндәшмәй генә сығып китә. Яҙыусылар союзы идараһы.

Ҡәҙим Аралбаев. Яҙыусылар союзының идара секретары. Әсғәт Мәсғүтович, яман хәбәр бар бит әле...

Мирзаһитов. Да, ишеттем. Һин давай, ана, гроб, веноктар тураһында хәстәрлә.

Аралбаев. Финанс яғын хәл итергә кәрәк бит.

Мирзаһитов. Хорошо, Ғәбит Вәлитовичҡа (элекке Совмин рәйесе урынбаҫары) кер, мин һөйләшеп ҡуйырмын, хәл итер. Да, Рәшитте ауылына илтеп ҡуйырға кәрәк бит инде. Кстати, Ирек, һин уның яҡын ғына иптәше түгелме һуң?

Ирек Кинйәбулатов. Әсғәт Мәсғүтович, башҡа ваҡытта с удовольствием, бөгөн булмай. Ҡырмыҫҡалыға ҡайтаһы бар – әсәйем ауырыған... (Ирек тая һала, эстән генә һөйләнеп китә). "На хрен миңә үлгән Солтангәрәй артынан эйәреп йөрөргә, Бикбай булһа, другое дело".

Йәмилә апай, рәйестең секретары. Эс-ғ-әт, Мә-әс-ғүтович, сезне об-ком-нан со-раган-нар иде.

Мирзаһитов. Хорошо. Йәмилә Зариповна, Фаил ҡая? (Шоферы). Мин обкомға киттем.

 

 

 

РӘШИТ СОЛТАНГӘРӘЕВ "Булған һәм булыуы ихтимал хәлдәр"

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-66773949_9502

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: