+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
10 Сентябрь 2023, 20:45

ХАТ БАШЫ – ЯҘ ҠАРШЫ... (Мәҙәк хәлдәр донъяһында)

Элеккерәк хатлашҡан ваҡытта кемдер ҡыҫҡа, кемдер оҙон итеп яҙып ебәрә алған һәм яуап хатты дүрт күҙ менән көткән.

ХАТ БАШЫ – ЯҘ ҠАРШЫ...  (Мәҙәк хәлдәр донъяһында)
ХАТ БАШЫ – ЯҘ ҠАРШЫ... (Мәҙәк хәлдәр донъяһында)


Егерменсе быуаттың икенсе яртыһында әле кеҫә телефондары, смартфондар булмаған саҡта конвертҡа һалып хат яҙышыу, ҡотлап йәки ҡунаҡҡа саҡырып яҙған открыткалар ғәҙәткә ингән ине.
Әлбиттә, бындай сәләмдең, юғалыу йәки барып етмәү осраҡтары юҡ-юҡта булды, бик һуңлап килгән саҡтары ла булғыланы.
Бер йылы йәйҙең башында ауыл почтаһында почтальон алмашынды, яңы почтальон бөтә булған ҡағыҙ, хат, корреспонденцияға ревизия үткәреп, кәрәген алып ҡалып, кәрәкмәгәнен тышҡа сығарып яғып бөткән. Шул саҡта миңә ебәрелгән открытканың адресын уҡып, тиҙ генә шуны килтереп миңә тоттороп китте. Ул ҡайнымдан килгән булып сыҡты. Открыткала былай тип яҙылған ине:

“Кейәү! Ҡыҙым! Беҙ һеҙҙе етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Әлбиттә, балаларға, һеҙгә һаулыҡ теләйбеҙ. Открытка Яңы йыл алдынан уҡ барып етһен өсөн, декабрь уртаһында яҙып ултырам. Беҙ һеҙҙе 31 декабрь көнөнә төш мәленә ҡунаҡҡа саҡырабыҙ. Әбизәтелнә килегеҙ! Яңы йылды бергәләп ҡаршыларбыҙ. Осрашҡанға тиклем. (имза).
Күрәһең, открытка, тип аталған ҡағыҙ киҫәге килгәс тә, төшөп китеп, ҡайҙалыр ҡыҫтырыулы торғандыр, тигән уйҙы ғына алға һөрөргә булалыр, сөнки ул ярты йыл тирәһе ҡайҙалыр ятҡан булып сыға бит.
Хәҙерге осорҙа ватсап йәки смс аша яҙышҡан хаттар бик ҡыҫҡа килеп сыға һәм ҡайһы саҡта башҡорт клвиатураһы булмағандарҙың саҡ ҡына мишәрсә килеп сыҡһа ла аңлауы ҡыйын түгел. Миҫал:

- Хаумы, кардаш! Халын шапмы? Козалар нисек ята
- Халым шокор шап. Козаларын хайбат ята. Хин кайда?
- Ойда. Хезда вирус йороймо?
- Курганым юк. Йоройдор. Мин да ойда ултырам. Ауырыйым. Кондо сыгып курган юк...
- Асайын нисек? Сирламаймы?
- Юк. Шукур...

Элеккерәк хатлашҡан ваҡытта кемдер ҡыҫҡа, кемдер оҙон итеп яҙып ебәрә алған һәм яуап хатты дүрт күҙ менән көткән.
Бер әсә улын армияға ебәргән дә көн дә хат көтә. Бер айҙан һуң улынан хат килгән, унда былай тип яҙылған:
“Әсәй, мин имен-һау хеҙмәт итә башланым, Куйбышев ҡалаһына эләктем, радист-радиотелеграфистҡа уҡыталар. Көн дә морзе менән ултырам, ҡулдан асҡыс төшмәй. Ашаталар-эсерәләр, йүгертәләр-атлаталар, винтовка тоттороп ҡарауылға ҡуялар. Әсәй! Мин хәҙер командир, ефрейтор лычкаһын тағып йөрөй башланым. Башҡа яҙыр һүҙем юҡ. Һеҙ үҙегеҙ нисек йәшәп ятаһығыҙ?”
Әсәһе ҡыҙына яуап хат яҙырға ҡушып, нимә яҙырға үҙе үк берәмләп әйтеп ултыра икән.

ХАТ БАШЫ - ЯҘ ҠАРШЫ

Әссәләмәғәләйкүм, беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған Кәшфулла улым! Һиңә күптән-күп сәләмдәр ебәреүсе, көн-төн һиңә һаулыҡ теләүсе берҙән-бер әсәйең яуап - хат яҙырға булды. Оҙон ғына итеп яҙған хатыңды алып ныҡ ҡына ҡыуандыҡ. Уны үтекләп һандыҡҡа тығып ҡуйҙым, сөнки ятҡан хат эсендәге ҡағыҙҙы бесәй-маҙар уйнатып йыртыр, йә берәйһе хәжәтенә тотоноп ҡуйыр, тип ҡурҡам – барыһын да ҡарап-күреп бөтөп булмай бит инде ҙур хужалығы булған ауыл кешеһенә.
Хатыңды уҡып сыҡҡандан һуң ғыуаныстан илап алдым, шунан йүгерә-атлай кәперәткә барҙым: сәй-шәкәр кәрәк булды, бөгөн тағы джеммы, повидломы килгән, тип ишеткәйнем, шуны ла алып ҡайтырға уйым бар ине. Инһәм, уширеттә унлаған кеше тора, гел ҡатын-ҡыҙҙар. Бәлки, уширетһеҙ үткәрерҙәр, тип аҙыраҡ алдаштырып ебәрҙем. Әйттем:
- Эй, бисәләр! Мине тыңлағыҙ әле! Аҙаҡтан мин сыҡҡас, теләгәнсә ларылдашырһығыҙ. Кәшфулла улым ошонда торғандарҙың бөтәһенә лә сәләм ебәргән, һиңә лә, һиңә лә, һиңә лә, - тип һәр береһенең исемдәрен атап сыҡтым. Ҡыуанышалар, ҡоромағырҙар. Ҡайһыныһы әллә ышанып етмәй, берәүһе әйтә:
- Кәшфулла бик йомоҡ егет ине, һаулыҡ һорашырға ла эшкинмәй йөрөй торғайны, әрмиә ҡайһылай тиҙ өйрәткән, ти. Башҡалары хихылдашып көләләр. Нишләп шул тиклем ҡысҡырышып дәррәү көләләрҙер – шуға аптырайым. Берәһе “Ҡайҙа хеҙмәт итә?”тип һорай ҡуйҙы. Мин:
- Куйбышевта, тинем.
- Куйбышев – генералмы әллә балкауникмы?-тип һорай баяғы бисә.
- Алйот. Куйбышев – ҡала исеме, генерал да, балкауник та түгел, - тип туп-тура яуап бирҙем.
- Кем булып хеҙмәт итә? – тип һатыусы һорап ҡуйҙы.
- Телеграф бағанаһына менеп, сым һуҙыусы редис булып хеҙмәт итә, - тинем. Ауыл бисәләре ни бигерәк наҙандар бит инде. Күбеһе үҙенең ауылы менән кейәүгә сыҡҡан ауылдан башҡа ерҙе күргәндәре бөтөнләй юҡ! Редисты берәүһе лә белмәй булып сыҡты.
Шулай ҙа кәрәкле нәмәләремде уширетһеҙ алып сыҡтым баяғы кәперәттән. Һалдат әсәһе гел алда йөрөргә тейеш бит инде ул. Әйткәндәй, редис булғас, арыуыҡ ваҡыт асҡыс тотоп ултырам, тигәнһең. Эш ваҡытында асҡысыңды берәй стенаға элеп тор, онотам тиһәң – кеҫәңә һалып тот. Тағы морзе менән ултырам, тигәнһең – ултыр, әлбиттә, үҙең беләһең, тик фамилияһы бик мәҙәк, йә урыҫса, йә немецсә, йә башҡортса түгел. Эш фамилияла түгел инде ул, тик яҡшы кеше генә булһын! Ниндәй телдә һөйләшәгеҙ һуң?
Беҙҙең хәлгә килгәндә имен-һау йәшәп ятабыҙ. Һеңлең Миңзифа матур ғына уҡып йөрөй әле. Үҙенән һорашһаң – “дүрт”кә, “биш”кә уҡыйым, ти, ә көндәлеген асһаң - өстәре туп-тулы. Атайың килгәндә уның тураһында незнай, яҙырғамы-юҡмы – белмәйем. Һине оҙатҡандан һуң ике аҙна буйы эсеп йөрөнө. Һоп-һоро булып сығып китә, ҡып-ҡыҙыл булып ҡайтып инә. Шуға көйөп китеп боярышник урынына меновазинды йотон ебәргәнмен, ауыҙ-мороном янып китеп көн буйы тик һалҡын һыу ғына эсеп йөрөнөм. Атайыңды әйтәм, отпускыһының яртыһын шулай эсеп үткәрҙе. Йәшергән аҡсаһын бер көнө табып алдым, был юлы үҙем йәшерҙем. Һорай: “Күрмәнеңме?”, - ти. “Күрмәнем”, - тинем йәнем көйөп һәм уның аҡсаһын һеңлеңә кейем-һалым алыуға тотоноп бөттөм. Әле эсеүҙән туҡтап, бик күңелһеҙ йөрөп ята. “Минең эсеп таашлағанды Кәшфуллаға яҙып ҡуйма инде!”,- ти, инәлә “Яҙмаҫмын”, тип ныҡлы вәғәҙә бирҙем. Бик уңайһыҙлана бит. Эсмәһә – атайыңдан да, аҡыллыраҡ, атайыңдан да күндәмерәк кеше юҡ. “Ниндәй ярҙамым кәрәк?, - тип һорап, күҙгә генә ҡарап тора. “Эсмәһәң – ярҙамың шул”, - тип әйттем. Унан, мәҫәлән, иҙән йыуҙыртып, үҙем түрҙән ҡарап ултыра алмайым бит инде. Башҡорт ире иҙән йыуа беләме ни? Һап-һары иҙәнемде черный море итеп йыуып сығып китер, шунан ҡайһылай итеп таҙартып алырға тейешмен мин уны?
Мал-тыуарыбыҙ, шөкөр, имен-аман тора. Түлке һыйыр әллә нишләп быҙауларға уйламай, ә ашарға тигәндә беренсе килеп етә, бер бәләкәс күнәк комбикорманы “һә” тигәнсә ялап ҡуя, тағы һорай, шунан тупһа алдында ятҡан һепертке менән туҡмап ебәрергә тура килә – башҡаса ҡайһылай итәһең инде уны. Әйткәндәй, кисә иң өлкән һарығыбыҙ һөйрәлеп сатанлап ҡайтты, артабан атлай алмаһа – һуйырға тура килер инде. Әллә берәйһе таяҡ менән һуҡтымы, әллә ағас-мағасҡа үҙе ботон ҡыҫтырып ҡуйҙымы? – белмәйем әле шуныһын, ну, барыбер беләсәкмен.

Кәшфулла улым! Өс йыл хеҙмәт итеүҙе ике йылға ҡалдырырға тейештәр, тип силсәүит һөйләп торғайны. Ысын булһа – ҡайһылай шәп булыр ине. Тик бер үтенесем бар: урыҫ араһында йөрөп, мәрйә менән танышып, уны алып ҡайтып ҡуя күрмә тағы! Матур булһалар ҙа беҙҙең өсөн түгел улар, үҙҙәренең урыҫына сығып, суҡынып йәшәһендәр әйҙә. Бәлки, иҫләйһеңдер, бынан бер-нисә йыл элек Рәхмәтулла ағайҙың Әхмәт исемле буй-төҫ яғынан матур ғына булған улы, Мәскәү аҫтында хеҙмәт иткәндә, бер мәрйә менән танышып, алып ҡайтҡан ине. Баяғы ҡыҙыҡай түп-түңәрәк асыҡ зәңгәр күҙле, йәтеш кәүҙәле бер һылыуҡай ине. Бер һүҙ менән әйткәндә - кәртинкә! Нишләп күп балалы был ғаиләгә яңы ғына танышҡан егет артынан эйәреп килгәндер ул - белмәйем. Йәш ваҡытта ҡыҙҙар алдын-артын уйламайҙар шул, еңел аҡыллы, алйот булалар. Баяғы мәрйәнең сүсинкә кейеп көйәнтәләп һыуға барғанын бер-ике мәртәбә мин дә күреп ҡалғайным, йәлләп ҡарап тороп ҡалдым хатта. Ай үтемме-юҡмы әсәһенең хәлен белергә, тип ҡайтып киткәндән һуң юҡҡа сыҡты ул урыҫ ҡыҙы. Бәлки, үҙенең кире килергә теләге булмағандыр, бәлки, әсәһе ебәрмәгәндер – кем белә инде. Ҡайтып кейемдәркн алмаштырып, сәсен бөҙрәләп төшкән фотоһын ебәргән, бер һүҙ менән әйткәндә – хур ҡыҙы инде. Кәртешкәһен Әхмәткә ебәргән булған, миңә лә нишләптер күрһәткәйне ул. Беҙҙең тормош үҙебеҙгә генә яҡшы инде ул. Бынауынан мин сәсемде ҡырҡтырып, иренемде буяп, үтә күренмәле ебәк күлдәк кейеп магазинға сығайым, иртәгәһе көн үк, беләм, мине психтар балнисына оҙатасаҡтар.
Кәшфулла улым! Тиҙ арала командир булыуыңа ныҡ ҡыуанып йөрөйөм. Түлке белә алмайым: ефрейтор генералдан аҫта торамы, әллә өҫтәме?Атайыңдан һораһам, ҡул һелтәп, йылмая биреп, ситкә китә лә бара. Нисек кенә булһа ла үҙеңдән аҫтағыларҙы әбижәйт итмә, ә командирыңа арҡыры һүҙ әйтмә, берәй йомош ҡушһа, “Есть”, тип кинолағы һымаҡ йүгереп кит тә бар.

Тамағыңды туҡ йөрөтөргә тырыш, улым! Сусҡа ите, тип ҡарап торма – йыпырыуыңды бел! Гел урыҫ малайҙары сусҡа ите, сусҡа майы ашап, ҡуҡырайып йөрөмәһендәр әле.
Ошоноң менән, улым Кәшфулла, хатты тамамлайбыҙ. Әйтелмәгән һүҙҙәр күп ҡалды әле, уларын икенсе хатҡа матур итеп теҙербеҙ инде. Һинең иң ҙур командирың булған маршалға беҙҙән бик күп сәләм, моғайын һирәк-һаяҡ булһа ла күрешеп йөрөйөгөҙҙөр әле.
Ошоноң менән ҡыҫҡаса ғына яҙылған хатыбыҙ тамам, йөрө имен-аман, хат яҙ һаман – шундай заман.
Әсәйең.

Кәшфулла хаты:
Әсәй! Һин яҙған хатты алдым, рәхмәт. Атайға, һеңлемә сәләм. Башҡаларға тоже. Әле карабинымды ышҡып, һөртөп, таҙартып ултырам, ваҡыт тар. Яңыраҡ бер таныш һалдатты гауптвахтаға ял итергә ебәрҙеләр, тиҙҙән ҡайта инде. Кисә увольнительный ҡағыҙ алып, ҡала буйлап йөрөнөм. Волгаға төшөп йыуынып алдым – ҙур йылға икән, Һаҡмар ише түгел - һәйбәт булып ҡалды. Үҙегеҙ ни хәлдә?
Сәләм менән улығыҙ Кәшфулла.

Яуап хат:

Әссәләмәғәләйкүм, Кәшфулла улым! Хатың өсөн ҙур рәхмәт, имен-аман йөрөйһөң икән – бик шәп.
Кисә һиңә яҙған хатымды почтанан кире борғандар: был хат түгел, ә китап, ҡыҫҡартып яҙығыҙ, тип яҙып ебәргәндәр. Шуға күрә кисә яҙғанымды ун тапҡыр ҡыҫҡартып яңынан яҙып ултырабыҙ.
Аллаға шөкөр, имен-аман йәшәп ятабыҙ әле. Беҙ ни эштән бушамайбвҙ ауылда. Иртәнсәк биштән тороп һыйыр һауып, ҡаймаҡ айыртыуға төш етә яҙа, шунан иртәнге һәм төшкө ашты бер юлы башҡарырға тура килә. Кискә ҡарай аяҡһыҙ-ҡулһыҙ булып ятып китәһең, шунан бер килке күҙең шарҙай булып, төрлө уйҙар уйлап, йоҡлай алмай ятаһың инде.
Беҙҙә яңылыҡтар әллә ни юҡ, шикелле. Бына атайың һуңғы ваҡытта аҡылланып китте бит әле: үҙ-аллы ғәрәп телен өйрәнәм, тип иҫе ҡорой. Эшкә сыҡты. Зштән ҡайтып ул-был эштә ярҙамлаша ла, аламаланып бөткән бер Ҡөръән-Кәримен ҡулына алып уҡып маташа. Әллә килеп сыға, әллә юҡ – уныһын белмәйем, ләкин шул китапты тотоп ултыра, үҙ алдына нимәлер лығырҙай һәм ҡосаҡлап йоҡлап китә – йә инде бына!
Эштән ҡайтҡас, һуңғы ваҡыттарҙа гел миңә “Мәрхәбә”, ти башланы. Минең исем улай түгел, тип әрләп ташланым. Ул: был ғәрәп һүҙе “сәләм” тигәнде аңлата, ти. Бәлки, ысындыр? Хәҙерге көндә мәрхәбәне көнөнә әллә нисә мәртәбә әйтешәбеҙ – әйҙә, күңеле булһын. Бөгөн иртәнсәк мирхәд ҡыйшайып киткән, төҙәтмәйенсә булмай, ти.
-Ниндәй Мирхәд тураһында һөйләйһең? Кем ул? – тип һораным. Баҡһаң, мирхәд тигәне ғәрәпсәнән беҙҙеңсәгә әйләндерһәң - бәҙрәф булып сыҡты. Тьфү! Тапҡан шунда тәржемә итер һүҙ.
Әйткәндәй, өлөкөгөндән бире һуғыш ветерандары шаулаша башланы. Сәбәбе юҡтан килеп сыҡҡан: һыңар аяҡ Хәлфетдин ағайҙы иҫләйһеңдер әле, улым? Бына шул колхоз председателенә тауыҡтарына ем һорап барған. Тегенеһе нишләптер биргеһе килмәгән, талашып киткәндәр. Был контор алдына сығып илаулап торһа, тағы бер һуғыш ветераны килеп сығып һорашҡан, тегеһе эш нимәлә икәнен һөйләп биргән. Хәлфетдин ағайҙың баяғы дуҫы ҡайһы аралалыр башҡа һуғыш ветерандарына шылтырата һалып сыҡҡан. Дүрт һуғыш ветерана килеп етеп, рәйесте ултырғысы менән ҡуша бүлмәһенән сығарып урамға ташлағандар ҙа председатель бүлмәһен үҙҙәренең йоҙағы менән бикләп, асҡысын һалып алғандар. Иртәгә көнгә дөйөм йыйылыш йыйып, үҙҙәре араһынан яңы рәйес ултыртырға йөрөйҙәр. Яҡшы булған! Әтү быныһы һуңғы ваҡытта бик һауаланып киткәйне шул. Ҡатыны ай һайын яңы күлдәк алып кейә, ә беҙҙең ундай мөмкинлек булмағас – йән көйә.
Кәшфулла улым! Шул “увольнительный” тигән ҡағыҙҙы атайыңа ебәреп булмаймы? Шул яҡҡа барып, һине күреп, бер юлы ял итеп ҡайтыр ине, ҙур йылғаны күрер ине, исмаһам. Беҙ ни ошо тирәләге ауыл кешеләре, Һаҡмарҙан башҡа ҙурыраҡ йылғаны күргәнебеҙ ҙә юҡ әле. Оло йылғаларҙа йөҙөп йөрөгәндәрҙең ҡайһыныһы - пароход, ҡайһыныһы – теплоход, ҡайһыныһы – судно, ҡайһыныһы - баржа икәнен һаман белеп етмәйбеҙ бит. Кәмә нимә икәнен яҡшы беләбеҙ инде – уныһына һүҙ юҡ. Бер йәшерәк саҡта атайың менән Иҫәнгә ҡунаҡҡа барырға тура килгәйне. Талҡаҫ күленең матурлығын күреп иҫем китте. Атайың: “Әйҙә, кәмә алып утрауына тиклем йөҙөп киләйек”, - тигәс, нишләптер ризалашып ҡуйғайным. Кәмәгә ултырып ҡуҙғалып киттек, уныһы бик мыйҡылдаҡ нәмә булып сыҡты, һис ҡыбырлап булмай, йә былай, йә тегеләй сайҡала. Ҡурҡыштан кәмә төбөнә яттым да кире торманым, сөнки сәпсим йөҙә блмәйем бит инде. Шул арала бер ун килоға кәмегән һымаҡ булдым, ярға килеп терәлгәс, ҡоралай кеүек елеп, ҡалҡыу ергә еңел генә менеп киттем.
Кәшфулла улым! Бер иптәшем ниндәйҙер вахтала ял итә, тип яҙғанһың. Ә һин унан ни ерең менән кәм? Ғариза яҙып, шул ниндәйҙер гауптвахтаға барып ял итеп ҡайтһаң ни була? Шәп булыр ине, кәнишнә. Бында ҡайтып килһәң – ял булмаясаҡ бит инде. Эштәр һине теҙелешеп көтөп тора. Әле ферма мөдире килеп еҫкәнеп, һинең турала һорашып сыҡты. Малсы етешмәй, ҡайтһа – ошонда ауылда ҡалһын, фермала эшләр, тора-бирә зоотехниккә уҡырға ебәрер инек, ти. Ә атайың, һин ҡайтһаң, ауыл көтөүен алып, бер аҙ күмәрти аҡса эшләп ҡалырға самалап йөрөй.
Ҡара бин таҙартып ултырам, тигәнһең, командирҙарыңдан һүҙ теймәһен өсөн ҡара бинең ап-аҡ бин булғанса йыш та йыш! Бер ағартып, ялтыратып алһаң, һөртөп кенә алыу ҙа етә ул.
Аллаға шөкөр, тауыҡтарыбыҙ йомортҡа һалып торалар, уныһы үҙе ҙур дәүләт. Бөгөн төшкө сәйгә ҡарата ике тотам йомортҡаны марляга төрөп, самауырға һалып бешереп алып ашаныҡ – һәйбәт булып ҡалды. Түлке уң яҡ күршенең әтәсе бер килке тауыҡты “ҡоҡ-ҡоҡ”, тип саҡырып, үҙҙәренә алып ҡайта ла китә. Хәҙер ҡайһы тауыҡ күршенеке, ҡайһыһы беҙҙеке ҡапыл ғына белеп тә булмай. Ҡуҡыш башындай тауыҡ өсөн ғүмер буйы бергә йәшәгән күршеләр менән талашып йөрөп булмай бит инде, Аллам һаҡлаһын!
Туры һырт башында йәшәгән Мөхәмәғәли ҡайнағанан һиңә күп сәләм. Уның хәлен нисек, тип әйтергә лә белмәйем. Үҙе һәм ҡайынеңгәй имен-һау йәшәп яталар әле. Яңыраҡ иң кесерәк ҡыҙҙары Әлфиә кейәүгә сыҡҡайны, беҙ ҙә туйында ҡатнаштыҡ. Икеһе лә матурҙар – һыу һөлөгө кеүектәр, бер-ниндәй ҡыйыш-мыйыш юҡ. Туйы ни гөрләп үтте лә китте. йәшә лә йәшә, өй төҙө, балалар үҫтер, емереп эшен эшлә ине. Булманы улай. Кейәүе менән дүрт ай йәшәп ҡалды барыһы. Бер көнө кейәүенән ҡасып ҡайтҡан да килгән баяғы Әлфиә. Ишшу ауырлы икән. Тағы бер бала атайһыҙ үҫерме икән? Әлфиәнән айырылыу сәбәбен һорашҡайным, ул:- Төҫө матур булыу менәнме! Холҡон яратмайым, - ти баяғы ҡыҙыҡай, - Һөйләшеүгә ауыр, тумжай, әсәһенең күҙенә генә ҡарап тора, ни әйтһә – шуны башҡара. Ә мин – нуль, ултырам щунда күҙ көйөгө булып. Әйҙә, ҡалаға күсеп китеп йәшәйек, тием. Тыңламай сәпсим!
Ни ғәләмәттер ул? Риза булып сыҡҡаның икән – йәшә! Ә ҡәйнә кеше, йәшермәй әйтергә кәрәк, бөгөн - бар, иртәгә - юҡ. Саҡ ҡына түҙә белергә өйрәнергә кәрәк. Мине, мәҫәлән, атайыңа дим менән бирҙеләр. Кәкере аяҡлы, тәпәшәк буйлы, тыңҡыс танаулы берәү килеп ултырҙы. Шул атайың булған. Ниндәй яратышыу булһын инде шул арала? Бата уҡый һалып кейәүгә бирҙеләр, яҙа-йоҙа туйын үткәрҙеләр, йәшәп киттек. Тора-бара аяғының кәкереһе лә бөттө, кәүҙәһе лә оҙонайғандай булды. Бер һүҙ менән әйткәндә, мөхәббәткә маңҡа мешать итмәй – егелеп алып донъя көтһәң уның кәрәге бер тин. Ә икенсе төрлөрәк итеп әйткәндә, барлыҡ яратыу тик ғаилә эсендә тыуа.
Ғаилә ул – мөхәббәт, Ғаилә ул – шатлыҡ, Ғаилә ул – изгелек һәм мәрхәмәтле , Ғаилә ул – бер-береңде аңлау һәм ышаныс, Ғаилә – ул балалар! Ә барыһы бергә ул – БӘХЕТ! Бына шуны ономаһаң ине, улым. Яратҡас – бөтәһен бергә, бер тотам итеп, эргәләге кешеләрҙең барыһын да бер тиң итеп яратырға кәрәк. Бына шул минең әйтә торған һүҙем. Ҡатын-ҡыҙ менән уртаҡ тел табам, тиһәң – һүҙеңде йәлләмә, маҡта, етешһеҙлектәрен күрергә тырышма. Кәрәк саҡта һуҡыр һәм һаңрау булып ҡылан, шул ваҡытта тамағың туҡ, үҙең түрҙә булырһың!
Кәшфулла улым! Тағы бер һүҙ әйтәйем әле. Түлке –үсекмә, үҙеңдең ҡарашыңды яҙып ебәрерһең. Мин – әсәй кеше, шуға һеҙҙе, балаларҙы, бәхетле итеү тураһыында гел генә уйланам. Ике йыл “һә” тигәнсә үтер ҙә китер, алдағы тормош тураһында ла уйларға кәрәк бит әле. Беҙгә ураған һайын бер туған һеңлеңдең яҡын дуҫы, класташы килеп йөрөй. Ҡыҙҙар унынсы класта уҡыйҙар, ун алты йәштәре тулды яңыраҡ. Исеме – Гөлнәзирә. Миңә ҡалһа, исеме лә үҙе лә шундай матур һәм яғымлы, һеңлең әйтеүенсә, бик эшлекле һәм уңған йәш ҡыҙ ул. Әгәр мин үҙем егет булһам, унан башҡаны алмаҫ инем. Тел төбөмдө аңлап тораһыңдыр, моғайын. Һин армиянан ҡайтыуға баяғы ун беренсе класты бөтөрөп торасаҡ, ун һигеҙ йәше лә туласаҡ. Бына шул ҡыҙыҡайҙы килен итһәк – ҡайһылай шәп булыр ине. Һин был турала нисек уйлайһың, улым? Ғүмер буйы берәҙәк булып йөрөп булмай бит инде! Нормальный егеткә әрмиәнән һуң мотлаҡ өйләнергә кәрәк инде ул. Был турала атайың менән кәңәшләшәм тиһәм – ҡул һелтәй ҙә ҡуя. “Кәрәк булһа, Кәшфулла үҙе һайлар әле, тәүҙә әрмиәнән имен-һау ҡайтып күренһен, шунан күҙ күрер әле”, - ти ҙә ҡуя. Эйе, һайлаһын! Кем ҡаршы?Берәү ҙә ҡаршы түгел. Ләкин әсәй кеше үҙ балаһына йүнәлеш бирһә – нимәһе насар һуң?Мин шуныһын ғына аңламайым.
Ай, әттәгенәһе! Ошо урында ҡапыл ғына хатты тамамлап тормайынса булмаҫ, сөнки тышта һыйыр тағы баҡыра башланы, ашарға һорап тора инде ас нәкәт. Тағы башҡа эштәр ҙә бихисап.
Ошоноң менән ҡыҫҡаса ғына яҙылған хатыбыҙ тамам, йөрө имен-аман, хат яҙ һаман – шундай заман.
Әсәйең.

 

Борис Хәйретдинов

Автор:
Читайте нас: