Малай сағында бер танышым атын егә лә, ваҡ-төйәге менән оло ғына ҡатынды тейәп, юлға сыға.
Эре генә килә теге ханым арбала! Ауыл урамынан уҙғанда гәп һатып ултырған әхирәттәре һүҙ ҡуша:
– Ҡайҙа юлландың көн ҡаҙағында?
– Кейәүгә китеп барам әле... – тигән була ханым.
– Иҫән-һау ғына йөрөп ҡайт, – ти быға береһе.
– Тиҙерәк әйлән кейәүеңдән, йомош бар ине үҙеңдә, – ти икенсеһе.
Баҡһаң, ҡатынҡайҙың, ат ектереп, күрше ауылда йәшәгән ҡыҙы менән кейәүенә түгел, уларҙан арыраҡ ятҡан ауылға – үҙен һоратҡан иргә китеп барышы икән.