+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
19 Октябрь 2023, 12:00

Мәҙәк хәлдәр

«Кейә-кейә кәкейәйә ул...»Боронораҡ Инйәрҙә итек тегеүсе бабай йәшәгән, үҙе телгә һаҡауыраҡ та булған.Уҫманғәле әбейе уға ситек тектерергә биргән. Әҙерҙәрен ҡараһа, улар ситеккә лә оҡшамаған икән. Әбей, аптырап: «Бабай, ни эшләп ситектәр­ҙе туп-тура итеп теккәнһең?» – тип һораһа, оҫта бабай, иҫе китмәй генә: «Нисауа, кейә-кейә кәкейәйә ул», – тип яуап биргән, ти.

Мәҙәк хәлдәр
Мәҙәк хәлдәр

Хәҙер ҙә, берәй оҡшамағаныраҡ әйбер алырға тура килһә, беҙҙә: «Кейә-кейә кәкейәйә ул», – тиҙәр.

Рәсимә СӘЙЕТҒӘЛИНА.

«Ат!»

Өс һунарсы ауға китә. Ағас башына менеп ултыралар ҙа айыуҙың килгәнен көтә башлайҙар. ҡояш байый, әммә тайыштабан юҡ, ти. Ниһайәт, ағас араһында бер шәүлә күренә. Һунарсыларҙың береһе: «Ат!» – тип шыбырлай. Икенсеһе атып та ебәрә. Барып ҡараһалар, үҙҙәренең аттарына тейгән, ти. «Үҙең, ат, тип әйттең бит», – тип аҡлана икән атҡан кеше. «Ат булғас ни, «ат» тип әйтәһең инде, – ти икән тегеһе. – Лошадь тип әйтеп булмай бит инде...»

Р. МЫРҘАБУЛАТОВ.

«Йомабикәһе лә бар!»

Минең ҡайным бик мәрәкәсел кеше булған. Бер ваҡыт ул үҙенең ике туған ағаһы Малик менән тирмәндән ҡайтып килгән. Рулдә (тракторҙа) ҡайным икән. ҡайтып киләләр былар, ҡараһалар, трактор эргәһенән бер сана уҙып бара, ти. ҡайным: «Малик, ҡара әле, бынауы сана әллә беҙҙеке инде, Йомабикәһе лә бар», – ти икән. Малик ағай ҡараһа – уларҙың санаһы, ә санала – Йомабикә!
Баҡһаң, сана тауҙан төшкәндә ысҡынып китеп, тракторҙы уҙып барған икән. Шунан бирле ауылда «Әллә беҙҙеке инде, Йомабикәһе лә бар» тигән һүҙ тороп ҡалған.

Мәҙинә ҠУННАҠҠОЛОВА.

Паспортын ҡарамағандар

Беҙҙең ауылдан бер егет военкоматҡа комиссия үтергә бара. Бер бүлмәгә инһә, татар милләтле табип:
– Чишен, – ти икән.
Теш табибына инһә:
– Кариес, – тип сығаралар.
ҡайтып барғанда теге егет бик аптырай һәм, ғәжәпләнеп, дуҫтарына:
– Бер бүлмәгә инһәм – чечен, икенсеһенә инһәм – кореец, тиҙәрсе. Әллә документымдан башҡорт икәнемде ҡарамағандар инде, – ти икән.

Әнзинә УЛИКАНОВА

«Твой...»

Урыҫ телендә самалы һөйләшкән бер апай Валентиновка ауылынан район үҙәгенәсә йөк машинаһы кабинаһында ултырып барған. Үҙе менән улын да алған. Шофер, урыҫ кеше­һе, һүҙ башлар­ға уйлапмылыр:
– Это твой сын? – тип һорап ҡуя. Апай кеше, малай үҙенеке икәнде аңлатырға теләп:
– Твой, твой, – тип яуап бирә.
Шофер юл буйына башҡаса һүҙ ҡушмаған. Бәлки, тегенең ауыҙын йомоуы хәйерлегә лә булғандыр.

Ғ. ФАЗЛЫЕВ.

«Беҙҙе кем тип беләһең?»

Беҙҙең яҡтан ике ағай Верхнеуральск ҡалаһына бара. Сарсап, арып, ашханаға инәләр. Түҙмәй, 40 стакан сәй алғандар. ҡайтарып бирерлек ваҡ аҡсаһы булмағас, кассир уларға тағы ике стакан сәй алырға ҡушҡан. Былар, киреләнеп:
– Нимә, беҙҙе һыйыр тип беләһеңме әллә? – тигән.

Мәрйәм БАКИРОВА.

Автор:
Читайте нас: