+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
11 Июль , 14:23

Әҙиптәр хаҡында мәҙәктәр

Яҙыусылар союзына, йәше иллегә етһә лә, әҫәрҙәре менән уҡыусылар йөрәгенә юл таба алмаған бер яҙыусы килә һәм: - Оҙаҡламай миңә илле йәш тула. Ни эшләрбеҙ икән? – тип һүҙ башлай.

Әҙиптәр хаҡында мәҙәктәр
Әҙиптәр хаҡында мәҙәктәр

НИШЛӘРГӘ?

Яҙыусылар союзына, йәше иллегә етһә лә, әҫәрҙәре менән уҡыусылар йөрәгенә юл таба алмаған бер яҙыусы килә һәм:

- Оҙаҡламай миңә илле йәш тула. Ни эшләрбеҙ икән? – тип һүҙ башлай.

Тик Яҙыусылар союзының ул саҡтағы рәйесе Мостай Кәрим ни эшләптер бер нәмә лә өндәшмәй.

- Миңә тиҙҙән илле тула бит, ни эшләрмен икән? – тип һорауын ҡабатларға мәжбүр була яҙыусы.

- Илле тулғас, ни эшләйһең инде, - ти уға Мостай Кәрим, йылмайып, - илле бер менән китерһең!  

ТӨРЛӨ АЙЫУҘАР

Бер йыйылышта Ноғман Мусин сығыш яһай:

- Беҙҙә тәнҡиттең йүне юҡ, - ти ул, көйөнөп. – Үҙҙәре бер жанрҙа ла ижад итә алмағанлыҡтан тәнҡиткә тотонған йән көйөктәре хөкөм сығара беҙҙең әҫәрҙәргә. Бына, мәҫәлән, Яныбай Хамматов менән минең әҫәрҙәрҙәге айыу хаҡындағы өҙөктәрҙе сағыштырып, ҡайһыбыҙҙылыр плагиатлыҡта ғәйепләп маташтылар. Ошо авторитетлы йыйылыштың бейек трибунаһы артында тороп, ихлас күңелдән белдерәм: буш һүҙ был! Минең айыуым Яныбай Хамматов айыуына һис тә оҡшамаған!  

ИРТӘНГЕ ГИМНАСТИКА

Башҡортостан радиоһында әҙәби тапшырыуҙар мөхәррире булып эшләгән сағында шағир Яҡуп Ҡолмойға урамда бер танышы осрап:

- Ҡара әле, ағай, ниңә шул иртәнге гимнастика музыкаһын бер аҙ төрләндермәйһегеҙ? Иртән торҙоңмо, тырын да тырын – тыңлар нәмәһе юҡ, - тип мыжырға керешә. Яҡуп Ҡолмой зарланыусының бүлтәйеп сыҡҡан ҡорһағына күҙ һала ла:

- Радио аша иртәнге гимнастика тыңлау өсөн түгел, шөғөлләнеү өсөн тапшырыла бит, ҡустым, - тип аңлатма биргән.  

НЫҠ ӘЙТКӘН

Яҙыусыларҙың Мәскәүҙә буласаҡ съезына делегаттар һайлағанда Кәтибә Кинйәбулатова ҡатнаша алмай. Икенсе көндө ул, үпкәләп, әхирәте Фәүзиә Рәхимғоловаға шелтә белдерә:

- Шунда минең исемде телгә алыусы ла булмаған. Йә, һин әйтһәң, ни була инде, Фәүзиә?! - Мин әйттем дә ул, - тигән Фәүзиә Рәхимғолова, аҡланмаҡсы булып. - Нимә тип әйттең? - Кәти ауырый, шунлыҡтан Мәскәүгә бара алмаҫ, - тинем.    

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас: