+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
16 Июль , 11:40

«Побели чай»

Бер көндө үҙебеҙҙең яҡта иптәшем, йәш ярымлыҡ улыбыҙ менәнән өсәүләшеп сәй эсеп ултырабыҙ. Маша әбей беҙҙең табынды күрҙе лә, мине үҙҙәренең кухняһына саҡырҙы.

«Побели чай»
«Побели чай»

Ғаилә ҡороуыбыҙҙың тәүге йылдарында Сибайҙа бер урыҫттың ике бүлмәле өйөнөң береһендә фатирҙа йәшәнек. Оло йәштәрҙәге был киң күңелле әбей менән бабай хужалығында һыйыр ҙа көтә, йорт алды баҡсаһында емеш-еләген дә үҫтерә ине. Бер көндө үҙебеҙҙең яҡта иптәшем, йәш ярымлыҡ улыбыҙ менәнән өсәүләшеп сәй эсеп ултырабыҙ. Маша әбей беҙҙең табынды күрҙе лә, мине үҙҙәренең кухняһына саҡырҙы. Ярты литрлыҡ банкаға һалынған һөттө миңә һуҙып:
– На, побели чай, тине.
– Спасибо! – тинем. Тинем дә ул, ҡапылғара уның ни әйткәнен аңламай: «На», – тип биргәс, һөт эсергә ҡуша икән, тип, эскем килмәһә лә, хужабикәнең куңелен ҡыймай, банкалағы һөттө күтәреп эсә башланым. Миңә аптырап ҡарап торған хужабикәгә ҡарағас ҡына, эштең ниҙәлеген аңлап, ҡалған һөттө йәһәтләп үҙебеҙҙен яҡҡа сәй өҫтәленә алып сыға һалдым.

Автор:
Читайте нас: