Миһран кисен бер төркөм ауылдаштары менән һин дә мин үҙенең ҡапҡа төбөндә ултырғанда, баҡсаһында үҫеп ултырған ҡарағай ағасына ҡарап, ерле юҡтан: “О! Минең имәндәр ҙә үҫеп килә”, – тип хәбәр һала. Тирә-яғындағылар бер-береһенә ҡарашып, уның был һүҙҙәренә аптырашта ҡала. “Аһ, Миһран абзый, имән түгел дә инде”, – тиешәләр.
Миһран тағы ҡабатлай: “Имән менән ҡарағайҙы айырмайһығыҙмы ни?! Ана бит, япраҡтары ҡайһылай шыбырлашып ултыра!”
Ҡайһылары ныҡышып, ҡарағайҙың имән түгеллеген иҫбатларға тотона: “Әйҙә, ана сәнскеләрен тотоп ҡара, имәндең япраҡтары шулай буламы ни?!”
Тәбиғәттән тыныс Миһран алан-йолан ҡаранмай, яйлап ҡына һаман үҙенекен һөйләй: ”Мин уны тотмаһам да күреп торам”.
Кешеләр аптырашып таралыша. Өйҙәренә ҡайтып: “Миһран абзый яңылыша башлаған”, – тип ҡатындарына, ирҙәренә һөйләгәс, тегеләре: “Ҡуй, юҡты һөйләмә, Миһран абзый ҡарағайҙы нишләп имән тиһен, баҡсаһында нимә үҫкәнен беләлер инде”, – тип тегеләрҙең йәненә “ҡуҙ” ҙа һалып ебәрә. Был бәхәс ғаиләләргә күсә, “ҡуй, силсәүит яңылышмаҫ” тип төндә килеп, теге ҡарағайҙы тотоп-тотоп ҡарағандар була.
Иртән көтөү ҡыуғанда бер өйөр халыҡтың урам яғынан шул ҡарағайҙар тәңгәлендә был бәхәсте ҡыҙыу дауам иткәнен күреп, Миһран абзый баҡсаһына эс яҡтан кереп, теге “имән”дәрен үҙе лә һәрмәп ҡараған икән.
Әхтәм абзыйҙы конторға идара хужаһы саҡырта.
– Әхтәм, ниңә эшләмәйһең?
– Кем әйтә уны? Мин эшләйем ыу!
– Ундай ойошма юҡ бит ауылда.
Әмир СОЛТАНГӘРӘЕВ."Башҡортостан" гәзитенән.