– Коронавирус!
– Пандемия!
– Үҙеңде изоляциялау!
Элек ике ятып бер төшкә инмәгән һүҙҙәрҙе доға урынына ҡабатлайбыҙ хәҙер. Телевизорҙы асһаң да, радионы ҡабыҙһаң да, гел ошо хаҡта туҡыйҙар. Ул ватсапты әйтеп тораһы ла түгел – дуҫтарҙан көнө-төнө төрлө-төрлө хәбәр тыпылдап ҡына тора. Әллә һәр береһе духтыр булып бөттө инде? Берәүҙәре һаҡланырға ҡуша, икенселәре халыҡ күп йөрөгән урынға барыуҙан тыя. Өсөнсөләре әллә ниндәй үләндәр менән дауаланырға өйрәтә. Һанға һуҡмаған әрем дә ҡәҙерлегә әйләнде хәҙер.
– Магазинға бармағыҙ!
– Концертҡа йөрөмәгеҙ!
– Үлеп ҡайтырға теләмәһәгеҙ, балнисҡа ике аяғығыҙҙың береһен дә баҫмағыҙ!
Ысынлап та, тажлы зәхмәт һис кенә лә бирешергә уйламай шул. Ана, аптырағас, мәҙәниәт һарайҙарын, мунсаларҙы ябып ҡуйҙылар. Балалар хәҙер онлайн тәртибендә генә уҡый, бәғзе берәүҙәр өйҙән генә ултырып эшләй. Быныһы изоляция тип атала инде.
Уйлайым-уйлайым да, беҙҙең ауыл кешеләренә бындай ҡурҡыныс остоҡ та янамай икән, тим, сөнки бына хәҙер тиҫтә йыллап үҙебеҙҙе изоляциялайбыҙ бит. Барыһының ҡотон алған ҡороғор-вирустың исемен генә тәүгә ишетеүебеҙ. Хәҙер беләбеҙ инде.
Беҙҙең ауылды был зәхмәт күптән баҫып алды бит, әй. Һажлап, яу ҡуптарып ҡына йөрөмәйбеҙ. Балнисҡа йөрөмәгеҙ, тигәндән, бынан һигеҙ йыл элекме, туғыҙ йыл элекме ауылдағы ике ҡатлы балнисты, әптикте йоҙаҡлап, ишегенә арҡыры таҡта ҡағып киткәс, эй, туҙындыҡ. Имеш, беҙҙе духтырһыҙ, дарыуһыҙ ҡырып бөтөрөргә уйлайҙар. Былай ҙа ауылда кеше юҡ. Һәр бишенсе өй буш тора. Уларында ла ҡарт-ҡоро ғына йәшәй. Ҡәбер ҡаҙырға булһа ла, йүгереп йөрөп, әҙәм заты эҙләйбеҙ. Кешеһе табылһа, көрәге юҡ, тигәндәй. Теге ваҡыт ни “балнисты япмағыҙ!” тип йөҙ һыуын түгеп бармаған ер ҡалманы.
Район түрәһенә барҙыҡ, гәзиткә ялыу яҙҙыҡ. Улары ых та итмәгәс, Өфөнән телевизорҙан кешеләр саҡырҙыҡ. Күпме ныҡышмайыҡ, тәки яптылар бит. Хәҙер шул ваҡытты иҫкә төшөрһәк, үҙебеҙгә оят булып китә. Кейеҙ ҡолаҡтан һалдырып әрләгән етәкселәребеҙгә бөгөн рәхмәт кенә уҡып бөтә алмайбыҙ. Әүлиә булғандар бит! Улар бит ошондай зәхмәт ҡубасағын алдан күргән, тиерһең. Әтеү беҙ ҙә әйләнгән һайын шул духтыр тип йөрөп, күптән теге донъяға китеп бөткән булыр инек. Хәҙер бит шул нәмәкәй балнистың үҙендә көтөп кенә тора бит. Ана Өфөлә ниндәй мәхшәр булды һуң! Теге иң ҙур республиканский балниста!
Бер ҡараһаң, кеше бындай ғына ауырыуҙан үлмәй икән ул. Ана үләм, бына үләм, тип баҡсаһына сығып бер сүп өҙмәгән, ярты ғүмерен духтыр юлында үткәргән Гөлбәҙәр әбей ошо көндәрҙә туҡһан йәшен тултырҙы. Йәйге селләлә аяғына калушлы быймаһын, өҫтөнән күфәйкәһен, һырма салбарын сисмәгән бабайы Әхмәтйән дә һикһән бишен тултырып, рәхәтләнеп пенсия ашап ята. Уларҙан бигерәк хәҙер үҙҙәре өләсәй, олатай булып бөткән балаларына рәхәт. Тап пенсия килгән көндә ҡош кеүек тыпылдашып ҡайтып төшәләр.
Шул балниста коронавирус тигән зәхмәт елкәңдән эләктереп алһа, Хоҙайым, ҡотолормон, тимә. Ә былай ғына ауырығандар нимә эшләй тиһегеҙме?! Уныһына аптыраған юҡ. Хәҙер уҡымаһа ла ауырыуыңды, ниндәй бәлә килерен йөҙөңә бер һирпелеп ҡарауҙа белгән духтырҙар, Аллаға шөкөр, буйтым. Теге аҙнала берәүһе килеп китте. Күршебеҙ Ғәзимәгә: “Ирең гулят һуҡтыра, абайыраҡ бул, бына тигән донъяң селпәрәмә килеп ҡуймаһын”, – тигәс, тегенең иҫе киткән, ти. “Иремдең үлеүенә биш йыл бит инде. Мәлғүн теге донъяла ла шул аҙғынлығын ҡыуалыр инде”, – тип аптыраған, имеш.
Шуныһы рәхәт: ул духтырҙарҙы сиратҡа яҙылып, айҙар буйы көтәһе лә, әллә уянам, әллә юҡ, тип шөр ебәрә-ебәрә бысаҡ аҫтына ятаһы ла юҡ. Үҙҙәре изге күңелле бит әле.
– Түләргә аҡсағыҙ булмаһа, ҡаҙ, өйрәк булһа ла бирегеҙ, – тиҙәр икән. Теге ваҡыт әллә күпме ҡаҙ-өйрәге йыйылып киткәс, хатта машина менән ауылына алып барҙылар.
Клубыбыҙ һуңғы тапҡыр ауылдашыбыҙ депутат булырға йөрөгәндә асылды шикелле. Һигеҙҙе этә-төртә бөткән, һуңынан ҡалаға китеп, хәҙер эшҡыуар һымаҡ булып йөрөгән егет ул көндә зәһәр телмәр тотҡайны.
– Депутат булараҡ, яуаплылыҡты яҡшы тоям. Тиҙҙән тормошоғоҙға ҡаланыҡылар үҙҙәре көнләшәсәк. Өйҙө газ йылыта... Крандан һыу ағып тора... Асфальт юлдан ялтыр туфлиҙа тыҡ-тыҡ баҫып ҡына кем йөрөй – һеҙ!
Шунан һуң шәп депутаттың ғәйеп булыуының, ни өсөн һаман да ҡалалағы кеүек йәшәмәүебеҙҙең сәбәбен аңланыҡ инде. Әлеге лә баяғы ҡәһәр һуҡҡыр пандемия бөтә нәмәгә аяҡ салған. Ә клуб директоры, бейергә, йырларға өйрәтеүселәре өйҙә генә ултырып эшләй икән, хеҙмәт хаҡы теүәл үҙ ваҡытында тып итеп картаға төшөп тора, ти. Шәп бит!
Ғәҙәттә, урам буйында эт әҫәре булмаһа ла, ғүмере күренмәгән кешеләр ауыл магазинында йыйыла торғайны. Магазин янында ғына йәшәгән ыздарауай Гөлбаныу шунда эшкә йөрөгән кеүек бара ине. Бер аҙҙан һул яҡ йорттағы Мәйсәрә лә шунда була. Унан тағы бер нисә бисә. Улар, төшкә тиклем гәп һатып, магазин ябылғас ҡына ҡайтырға сығалар. “Әлдә улар бар әле, әтеү ауылдағы яңылыҡты ҡайҙан белеп торор инек”, – тип рәхмәт уҡып бөтә алмай ине ауылдаштар. Бынан дүрт-биш йыл элек шул магазинды ла шарт бикләп, үҙен һүтеп, ҡайҙалыр алып киттеләр. Тәүҙә халыҡ һөйләнеп алғайны ла, хәҙер шатланып бөтә алмай. Шулай булмайынса тағы! Уны ла коронавирус арҡаһында ғына япҡандар, ти, бит. Әтеү күптән шул вирусты йоҡтороп, себен кеүек ҡырылып бөтөр инек тәһә.
“Коронавирус ваҡытында эсергә ҡушалар бит, улай булғас, араҡыны, коньякты ҡайҙан алаһығыҙ?” – тип һорарһығыҙ. Ысынлап та, көн дә аҙ-аҙлап йотҡоларға кәрәк, тип әйтәләр шул. Бында ла, әлеге лә баяғы, ҡәҙерле депутатыбыҙҙың хәстәрен тоябыҙ. Магазин булмаһа ни, аптыраған юҡ – уның бер туған һеңлеһе бар. Ауыл халҡын хәстәрләп, көн тимәй, төн тимәй, араҡы һата. Бер ҡараһаң, ярай ул бар әле. Хәҙер шул араҡы тип әйләнгән кеше мыжғып торған ҡалаға сығып китә алмайбыҙ ҙа инде. Баяғы вирусты эләктереп ҡуйһаҡ!.. Ә ул ҡаланан күп итеп машинаға тейәп алып ҡайта ла беҙҙең һаулыҡты ҡайғырта. Үҙе бик тә өлгөрә алмай башлаһа, ағаһы килтереп китә, ти.
Эй, шул коронавирус арҡаһында мин дә бик ҡәҙерле башҡа әйләндем әле. Үҙегеҙ беләһегеҙ, мин дә суфый түгел. Бөткән алкаш булмаһам да, башым ауырта башлаһа, ҡатыным йүгерә шул һатыусыға.
– Мә, эсә һал, – тип өтәләнеп йөрөй. – Үлә ҡуйма берүк! Һин үлһәң, ул тиклем кредитты бер үҙем нисек түләрмен?
Ысынлап та, өлкән малай кәләш алғас, туй үткәреү өсөн мул ғына кредит алғайныҡ шул.
Киcә телевизор ҡарап ултырһам, бер түрә: “Күптәр пандемия ваҡытында эшен юғалтыуҙан ҡурҡа”, – тип әйтте. Был йәһәттән дә беҙгә тамсы ла ҡурҡаһы түгел. Булмаған эште нисек юғалтаһың!? Күптән инде эшһеҙ ҙә, аҡсаһыҙ ҙа йәшәп өйрәнгән баш.
...Уйҙарға батып ҡайтып килһәм, клубыбыҙ янында бер өйөр кеше күреп, хайран ҡалдым. Бәй, был ни ғиллә?! Әллә ҡороғор вирус бөткәнме икән?! Шул хөрмәткә концерт-маҙар ойошторалармы?! Ныҡлабыраҡ ҡараһам, Өфөнән килгән бер нисә шөһрәтле артисты ла күреп ҡалдым. Унан теге ауылдаш депутат та пәйҙә булды. Баҡһаң, тиҙҙән тағы ла һайлау була икән. Ошондай ваҡытта ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, үҙенең һайлаусылары менән осрашыуға ҡайтҡан.
Беҙ бушты яратабыҙ бит инде. Концерт түләүһеҙ булғас ни, кешеләр тыпылдашып килеп тә еткән. Ҡайтып, өҫтө-башты алмаштырайым да мин дә киләйем әле. Бер юлы бер-ике стәкән теге дарыуҙы ла йотайым. Ул сағында коронавирус сәпсим ҡурҡыныс түгел...
- Венер ИСХАҠОВ.