+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
1 Декабрь 2025, 09:14

«Вәхиҙә, быйма!»

Әхмәҙиә еҙнә (мәрхүм) эштән ҡайта. Асығып ҡайтып, ашарға һорай. Әле апайымдың ашы бешеп өлгөрмәгән була. Еҙнәмә:– Ана, кисә бешергән аш бар. Бик асыҡһаң, шуны ашай тор! – ти. Еҙнәм, ашты тәмләп ҡараған да:– Был аш әллә әсегән инде? – тип һорай. 

«Вәхиҙә, быйма!»
«Вәхиҙә, быйма!»

Әхмәҙиә еҙнә (мәрхүм) эштән ҡайта. Асығып ҡайтып, ашарға һорай. Әле апайымдың ашы бешеп өлгөрмәгән була. Еҙнәмә:
– Ана, кисә бешергән аш бар. Бик асыҡһаң, шуны ашай тор! – ти. Еҙнәм, ашты тәмләп ҡараған да:
– Был аш әллә әсегән инде? – тип һорай. Вәхиҙә апайым ашты үҙе тәмләп ҡарай ҙа:
– Юҡсы! – тип яуап бирә.
Әхмәҙиә еҙнә теге ашты һәйбәтләп ашап ҡуя. Бер аҙ ултырғас, түҙеп торғоһоҙ итеп эсе бора башлай.
– Вәхиҙә, куфайка бир! – ти ҙә, түҙмәй, яланғас көйө тышҡа йүгерә.
Апайым тышҡа фуфайка сы­ғарып бирә. Бер аҙҙан ишек асылып, Әхмәҙиә еҙнә:
– Вәхиҙә, кәпәс! – тип ҡысҡыра. Апайым кәпәсен сығарып бирә.
Бер аҙҙан еҙнәмдең аяғы туңа башлай. Шунда ғына үҙенең йөн ойоҡбашы менән генә ултыр­ғанын күрә. Тағы ишек асылып китә лә еҙнәм:
– Вәхиҙә, быйма! – тип ҡыс­ҡыра.
Иренең маҙаһыҙлағанына:
– Шул тиклем аптыратырыңды белһәм, ул ашты үҙем генә ашап ҡуйған булыр инем! – тип ҡуя Вәхиҙә апайым.


Арзан кәнфит

Мөслимә һылыуым пенсия алыу менән, аҙыҡ-түлек алырға тип, улы менән район үҙәгенә килә.
«Пятерочка» кибеттәренең яңы ғына асылған ваҡыты. Ғүмерҙә тәмләп ҡарамаған шоколад кәнфиттәренең арзан ғына икәнлеген күреп, ғәжәпкә ҡала. Ҡыуанысынан ҙур сумканы тултырып, төрлө-төрлө кәнфит йыя. Уларҙы саҡ күтәреп касса янына килтереп һала. Кассала ултырыу­сы ҡыҙ:
– Зачем так много берете? Эти конфеты у нас всегда есть, –  ти икән. Һылыуым русса бик яҡшы белмәһә лә, мәрйәләр менән «уҡытып» һөйләшә:
– Бускай, бускай, һана! Ейән-ейәнсәрҙәрем күп, – тип яуап биргән. Ҡыҙ һанап бөткәс:
– 15 тысяч, – тигәс, ике күҙе биш булған Мөслимәнең.
Ул ваҡытта уның пенсия аҡсаһы өс мең һум да юҡ ине әле.
 Мөслимә һылыуым:
– Хәҙер, – тигән дә, бөтә нәмә­һен ҡалдырып, малайы эргәһенә йүгергән.
– Кәнфиттәр арзан булғанға, балалар килгән һайын бирермен тип, бер сумка кәнфит алғайным, мине ауыл бисәһе тип, алдамаҡ­сы булды, ахыры! Әллә яңылыш һананымы икән? Бар әле, киренән һанат! – тип улын индереп ебәргән.
Баҡтиһәң, кәнфиттәрҙең аҫ­тына йөҙ грамдың хаҡы яҙылған булған икән!

Рәхимә ВӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.

 

Сығанаҡ: https://ye102.ru/

Автор:
Читайте нас