«Камата тигәс...»
Беҙҙең ауылда Камали исемле уҡытыусы булған. Күрәһең, өлкәндәр бер аҙ тупаҫыраҡ итеп уны «Камата» ҡушаматы менән йөрөткәндәр.
Бер малай мәктәпкә китеп бара икән. Уҡытыусыһын күреп ҡалған да: «Камата олатай, киттек мәктәпкә», – ти икән. Ә тегенеһе: «Камата тигәс, олатай тиеүең нимәгә?» – тип асыуланған.
Хәҙер беҙҙә кешегә тәүҙә насарлыҡ эшләп, аҙаҡ ғәфү үтенһәләр: «Камата тигәс, олатай тиеүең нимәгә?» – тип көләләр.
«Атағыҙҙы уҡытыр инем»
Һабантуй бара. Бер әбей ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереүҙә ярышмаҡсы була. Ләкин ҡалаҡты тешләй алмай, сөнки тештәре юҡ. Кешеләрҙе көттөрөп, 5 – 10 минуттай тора был. Судья ҡыҙ асыуланып та, әрләп тә ҡарай, юҡ – һаман китмәй. Булдыра алмағас, теге судья ҡыҙ запастағы ҡалағын, йомортҡаһын алып, ярышты дауам итергә була. Ә инәй ситкәрәк китеп, һаман да ҡалаҡты тешләргә маташа. Булдыра алмағас: «Тешем юҡ, тешем булһа, атағыҙҙы уҡытыр инем», – тип янай. Йәнәһе, берәүҙе лә еткермәй инде артынан. Хәҙер берәй нәмә килеп сыҡмаһа, беҙҙә «Тешем юҡ, тешем булһа, атағыҙҙы уҡытыр инем», – тиҙәр.
Гөлбикә ТАНҺЫҠҠУЖИНА,
Ейәнсура районы,
Үрге Муйнаҡ ауылы.