+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Май 2018, 13:16

БСТ-нан һалдат бутҡаһы

2018 йылдың 9 майында көндөҙгө 11-ҙән 17 сәғәткә тиклем баш ҡаланың В. И. Ленин исемендәге майҙанында “Башҡортостан Юлдаш телевидениеһынан һалдат бутҡаһы” акцияһы үтәсәк.

"Һәнәк"тә етди яңылыҡ!
Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары иғтибарына!
2018 йылдың 9 майында көндөҙгө 11-ҙән 17 сәғәткә тиклем баш ҡаланың В. И. Ленин исемендәге майҙанында “Башҡортостан Юлдаш телевидениеһынан һалдат бутҡаһы” акцияһы үтәсәк. Сара барышында телеканалдың алып барыусылары ҡунаҡтарҙы бушлай ҡарабойҙай бутҡаһы менән һыйлаясаҡ, георгий таҫмалары таратасаҡ, бынан тыш хәрби-ялан ашханаһы эргәһендәге экранда һуғыш күренештәре лә сағылдырыласаҡ, - ти ойоштороусылар.
Акцияны Рәсәй Федерацияһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Өфө ҡалаһы ҡала округының Йәштәр эштәре коммитеты менән берлектә Башҡортостан Юлдаш телеканалы менән “Спутник ФМ” радиоһы ойоштора.
Читайте нас: