+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2018, 13:36

БАШҠОРТОСТАН МЕНӘН ҠЫТАЙ ҮҪМЕРҘӘР ХОККЕЙ КОМАНДАЛАРЫНЫҢ ОСРАШЫУЫН ҠАРАРҒА ВЛАДИМИР ПУТИН ҺӘМ СИ ЦЗИНЬПИН КИЛГӘН.

Рәсәй яғынан матчта Туймазынан “Девон” 2006 йылғы үҫмерҙәр хоккей командаһы ҡатнашҡан.

8 июндә ил Президенты Владимир Путин Ҡытай Халыҡ Республикаһында булды. Ул ил Си Цзиньпин менән осрашты. Илдәр башлыҡтары ике илдең үҫмерҙәр хоккей командаралы матчын ҡараны.
Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй яғынан матчта Туймазынан “Девон” 2006 йылғы үҫмерҙәр хоккей командаһы ҡатнашҡан.
Владимир Путин менән Си Цзиньпин боҙға сығып, йәш хоккейсылар менән аралашҡан, символик рәүештә шайба ырғытҡан.
Уйын алдынан командалар илдәр башлыҡтарына команда свитерҙарын бүләк иткән.
Әйтергә кәрәк, Туймазы ҡалаһының “Девон” комадаһы Ҡытайға хеҙмәтәшлекте һәм Рәсәйҙә һәм Ҡытайҙа балалар спортын үҫтереү өсөн барған. Теләктәш илдәр бер-береһенә тренерҙарын ебәрә, йәш уйынсылар өсөн семинарҙар һәм турнирҙар ойоштора. Хеҙмәттәшлек балалар хоккейына ла ҡағыла. Был хеҙмәттәшлек сиктәрендә спотсыларҙы бергә үҫтереү, инфраструктура проекттары һәм боҙ майҙандары эшләү ҡарала.
Мәғлүмәт “Башинформ”дан алынды.
Читайте нас: