+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Сентябрь 2018, 07:50

Республика Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа тауыш биреүселәр һаны 47% ашҡан

Башҡортостанда республика закондар сығарыу йыйылышына һайлауҙа, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һайлаусыларҙың 47,11% тауыш бирҙе, тип хәбәр итте Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова.

«Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, республика райондарында һайлаусыларҙың 59,81% тауыш бирҙе, ҡалаларҙа — 38,77, Өфөлә — 27,55%. Сағыштырыу өсөн: бынан алдағы республика Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа халыҡтың 53% ҡатнашҡайны».
Башҡортостанда төбәк парламентына һайлау тамамланды. Республикала йәшәүселәр бөгөн закондар сығарыу йыйылышына 110 депутат һайланы. Уларҙың яртыһы — бер мандатлы округтар, икенсе яртыһы сәйәси партиялар исемлеге буйынса һайланды.
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Читайте нас: