+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2018, 11:05

Качкаев менән Ялаловтың теше үтмәгәйне, Өфөлә транспорт мафияһын еңерлек көс табылмаҡсы.

Качкаев менән Ялаловтың теше үтмәгәйне, Өфөлә транспорт мафияһын еңерлек көс табылмаҡсы.

Баш ҡалабыҙ урамдарында “маршрутка”ларҙың тәртипһеҙлеге бөтәбеҙҙе лә екһеткәйне. “Бөкө”ләр, авариялар, кеше тапатыуҙар көн һайын ҡабатланып тора. Эйе, Өфөлә пассажирҙар ташыу иң төшөмлө кәсептәрҙең береһе. Шуға көндәштәрҙең үҙ-ара айҡашыуы, хатта енәйәткә барып етеүҙәре хәҙер берәүҙе лә аптыратмай. Улар менән Өфө ҡала хакимиәтенең элекке башлыҡтары ла көрәшеп ҡарағайны, тик ыңғай һөҙөмтәләр һис тә тойолманы. Башлыҡтар “ел тирмәндәре” менән көрәшеп миктәгәндән һуң ҡулдарын һелтәргә мәжбүр булды. Хәҙер килеп хәл ҡырҡа үҙгәрер, тигән өмөт бар. Республикабыҙҙың яңы Башлығы был хаҡта үҙе белә, хатта Рәсәй телевмидениеһы хәбәрсеһе менән “маршрутка”ға ултырып, Өфө урамдары буйлап та үтте һәм етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөү бурысын ҡуйҙы. “Башавтотранс” тирәһендәге законһыҙлыҡтар ҙа үҙ сигенә етте, буғай. Кисә генә етәксеһен эштән ебәреп, яңы директор тәғәйенләнеләр.
Читайте нас: