-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь 2018, 14:51

Яңы Башлыҡты ябай халыҡ – өмөтләнеп, етәкселәр һағайып көттө.

Яңы Башлыҡты ябай халыҡ – өмөтләнеп, етәкселәр һағайып көттө. Өр-яңы шарттарҙа көсөргәнешле эшләргә ҡулдарынан килмәгәндәргә элекке дәүерҙе юҡһынырға ғына ҡала.

Яңы Башлыҡты ябай халыҡ – өмөтләнеп, етәкселәр һағайып көттө.
Өр-яңы шарттарҙа көсөргәнешле эшләргә ҡулдарынан килмәгәндәргә элекке дәүерҙе юҡһынырға ғына ҡала.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына ике аҙна элек кенә тәғәйенләнгән Радий Хәбиров етәксе номенклатураға көсөргәнешле һәм тынғыһыҙ эш режимы тәҡдим итмәксе. Үткән шәмбе һәм йәкшәмбе Башлыҡ вазифаһын башҡарыусы Урал аръяғы һәм көнсығыш төбәктәге райондарҙың йәшәйеше менән танышты һәм байтаҡ ҡына хәл итәһе проблемалар барлығын асыҡланы. Хәҙерге элемтә һәм мәғлүмәт сығанаҡтары (интернет, телевидение, телефон, радио) етәксенең эшмәкәрлеге һәм уй-фекерҙәре менән туранан-тура, заманса әйтһәк, онлайн танышырға мөмкинлек бирә. Бына нимәләр яҙа Башлыҡ Фейсбукта үҙенең сәхифәһендә:
“Аңлатып булмаҫлыҡ тойғолар... Урал аръяғына китеп барам, бында ун йылдан ашыу булғаным юҡ... Беҙҙең гүзәлдәрҙән-гүзәл төбәгебеҙ, шул уҡ ваҡытта, был яҡта һуңғы ваҡытта проблемалар ныҡ күбәйеп киткән... Башлыҡтар, ғәҙәттәгесә, миңә төҙөлөштәрҙе ҡарап сығыу кеүек традицион “һый” тәҡдим итә. Әммә минең почтам каска кейеп, эшлекле төҫ менән уңышлы эшләп торған обьекттарға барып әйләнеүгә саҡырған хаттар менән тулмаған. Әлбиттә, уларҙы ла ҡарарға кәрәк, тик, минең күренеүем арҡаһында ғына, төҙөүселәр биш йыллыҡ планды өс йылда тапшырмаҫ. Сәфәремдең планын бөгөн-иртәгә эш барышында үҙгәртәсәкмен. Уңыштар менән генә түгел, ә ысынбарлыҡ, “ауыртҡан урындар” менән танышасаҡмын, миңә нимә тураһында һөйләргә ярай, нимә тураһында – ярамай икәне тураһында иҫкәртелмәгән кешеләр менән аралашасаҡмын. Һәр сәфәрҙән аныҡ һығымталар яһаясаҡмын, кешеләрҙең тормош шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән конкрет ҡарарҙар сығарасаҡмын”.
Ауылға газ үтһә лә, ташкүмер яғып йылытылған Әбйәлил районы Рәхмәт ауылы мәктәбендә булып, башлыҡ, урындағы етәкселәргә: “Газ үткәрергә кәрәк!” – тигән талап ҡуйҙы. Шуныһы ғәжәпәндерә, ни өсөн Хәбировтың килгәнен көткәндәр, урындағы етәкселәр быны үҙҙәре хәл итә алмаймы ни?
Байым участка дауаханаһында Радий Хәбиров райондың баш табибына балалар өсөн стационар булдырырға ҡушты.
Әбйәлил районының Күсем руднигы ауылындағы мәктәп автобусы иҫкергәнлектән, республика башлығы район хакимиәтенә уны йыл аҙағына алыштырырға ҡушты.
Баймаҡ районында булғанында Радий Хәбиров “Талҡаҫ” шифаханаһын ҡараны, һауыҡтырыу йортон төҙөкләндереүҙе дауам итеү, уның йыл әйләнәһенә эшләүен ойоштороу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Артабан ул район дауаханаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Дауахана педиатрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Шунлыҡтан, Башлыҡ яңы корпус төҙөү мәсьәләһен ентекләп ҡарап сығыуҙы һәм дауаханаға штатын тулыландырыуҙы талап итте.
Темәс ауылы халҡы Радий Хәбировҡа эшһеҙлек, эш булмағас, ғаиләләр тарҡалыуына, дауаханалағы ҡыйынлыҡтарға, булған спорт залы эшләмәүенә зарланды. Башлыҡ: “Был проблемалар миңә таныш, был йүнәлештә үҙем дә, башҡа етәкселәр ҙә эшләйәсәк”, - тине.
Урындағы таш карьерында булғандан һуң Радий Хәбиров райондағы тәбиғи таш табыуҙан алынған табыш төбәкте үҫтереү, урындағы халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелергә тейешлеген белдерҙе. Әле районда 40-лаған карьерҙың законһыҙ эшләүе асыҡланған.
Хәйбулла районында эсер һыу һәм юлдар проблемалары көнүҙәк. Аҡса булмау сәбәпле, Мәҙәниәт һарайы төҙөлөп бөтмәгән. “Обьектты 2021 йылға төҙөп бөтәсәктәр”, - тине Башлыҡ.
Был көндө Радий Фәрит улы шулай уҡ Ейәнсура районында һарыҡсылыҡ предприятеһы менән дә танышты, уға дәүләттән аҡсалата ярҙам талап ителеүе тураһында ла ишетте. Республика башлығы әлеге сәфәренең маҡсаты – танышыу икәнен, алдағы ваҡытта бөтөн мәсьәләләр ҙә ентекле өйрәнелеп, хәл ителәсәген белдерҙе.
Эйе, был хаҡта мәғлүмәтте интернет аша алдан танышып торған урындағы етәкселәрҙең ниндәй хис-тойғолар кисереүен тоҫмалларға ғына ҡала. Йә, инде, беҙ уға шундай шәп урындар әҙерләгәйнек, алдан маршрутты раҫлатҡайныҡ, ә уның нимә менән ҡыҙыҡһыныры ла алдан билдәле түгел. Башлыҡты иң әүәл ябай халыҡтың көнитмеше, уларҙың мәшәҡәттәре, уй-хәсрәттәре борсой икән.
Үтеп китте лә, ҡайтышлай онотто тип уйлағандар ифрат хаталана. Бындай хата карьераның юҡҡа сығыуына килтереүе лә бик ихтимал. Ә контроль, етешһеҙлектәрҙе хәл итеү даими буласаҡ.
Читайте нас: