+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Апрель 2019, 11:37

Милли проекттар халыҡ мәнфәғәтендә. Проекттарҙы сифатлы һәм ваҡытында ойоштороу өсөн.

Яҡындағы алты йылда Федераль һәм төбәк бюджеттарынан милли проекттарҙы Башҡортостанда тормошҡа ашырыу өсөн 171 миллиард һумға яҡын аҡса бүленәсәк. Тимәк, өр-яңы юлдар, дауаханалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары күпләп төҙөләсәк, ҡаҙнаға эшләүселәргә эш хаҡы артасаҡ. Быйыл, мәҫәлән, ошо маҡсаттарҙы ысынбарлыҡҡа әүерелдереү өсөн 34 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк.

Әлеге пландар ҙур ойоштороу эштәре талап итә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров төҙөлөш эштәрен тиҙ арала һәм сифатлы башҡарыуҙы тәьмин итеү өсөн проект комитеттары төҙөү хаҡында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Ошо хаҡта документтар хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең интернет порталында донъя күрҙе.
“Демография”. “Мәғариф”, “Мәҙәниәт” “Имен һәм сифатлы автомобиль юлдары”, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси йүнселлек башланғыстарына булышлыҡ итеү” кеүек мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса проект комитеттары ойошторолдо. Комитеттар исемлегендә Хөкүмәт, министрлыҡтар, ведомстволар, яуаплы учреждениелар һәм ойошмалар вәкилдәре бар.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан
#ВладимирПутин
Читайте нас: