-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июнь 2019, 17:08

Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Һаулыҡ һаҡлауға иғтибар арта, сифат яҡшыра.

Рәсәйҙә яҡындағы алты йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн федераль ҡаҙнанан 1,7 триллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Дәүләт проекты халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеүҙе, йәшәү рәүешен яҡшыртыуҙы, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙе, профилактика эштәрен ойоштороуҙы күҙ уңында тота.

Был эштәрҙән Башҡортостан да ситтә ҡалмаясаҡ. Яҡын арала медицина хеҙмәтен яҡшыртыу өсөн 15 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Сығымдарҙың 10 миллиард һумдан күберәге Рәсәй ҡаҙнаһынан киләсәк. Әлеге ваҡытта һаулыҡ һаҡлау буйынса ете төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Уларға ярашлы, һаулыҡ һаҡла тармағын үҫтереү, балалар сәләмәтлеген нығытыу, йөрәк-ҡан һәм яман шеш сирҙәренә ҡаршы көрәш, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү яҡшырасаҡ.
Мохтаждар һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эштәрҙең яҡшырыуын, сифаттың күтәрелеүен бөгөн үк күрергә тейеш. Сөнки эштәрҙе ойоштороу өсөн быйыл уҡ 5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.
#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: