-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь 2019, 10:16

Владимир Путин полицияның ике генералын эшһеҙ ҡалдырҙы. Көс структураларында тәртип урынлаштырыу башланырмы?

Үткән аҙна Рәсәй тарихында ныҡлы урын алыр һымаҡ. Сәбәбе шунда, полицейскийҙар низағлы фашлауҙары менән түрәләрҙең үҙәгенә үткән. “Медуза” мәғлүмәт сығанағы хәбәрсеһе Иван Голуновты наркотиктар ырғытып тиҙ генә төрмәгә ябырға самалағайны. Килеп сыҡманы. Полицейскийҙар байтаҡ ҡына хаталарға юл ҡуйған булып сыҡты. Был хаҡта белеп ҡалған йәмәғәтселек тиҙ генә тауыш күтәрҙе. Көс структураларының журналисты өйөнә бикләп ҡуйыуы ла ярҙам итмәне. Эш ҙурға китте, Иван Голуновтың аҡланыуы һәм тулыһынса азат ителеүе менән тамамланды. Әйткәндәй, бындай осраҡ хәҙерге Рәсәй тарихында бик һирәк теркәлә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин полицияның юғары вазифалы ике генералын һис икеләнеп тормайынса отставкаға ебәрҙе. Боронғо римләндәр әйтмешләй, закон ҡаты, ләкин ул закон.
Көс структураларындағы коррупция осраҡтары беренсе тапҡыр күҙәтелмәй. Закон һәм тәртип өсөн яуаплылар хәҙер урлашыуҙы, ришүәт алыуҙы, төрлө юлдар менән дәүләт милкен үҙләштереүҙе бар тип тә белмәй. Бәлки, ошо фашлауҙан һуң органдарҙың үҙендә тәртип урынлашыр.
#ВладимирПутин
Читайте нас: