+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь 2019, 10:36

Ыңғай үҙгәрештәрҙе халыҡ күрһен. Радий Хәбиров “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”н үткәрҙе.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров эшләй башлағандың тәүге көндәренән үк һаулыҡ һаҡлау проблемаларын хәл итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Быға ғәжәпләнергә түгел, тармаҡта етешһеҙлектәр күп, кешеләр күпләп ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Өҫтәүенә, матди-техник база насар, кадрҙар етешмәй. Был осраҡта проблемаларҙы хәл итеүгә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты аша бүленгән аҡсаларҙы бәрәкәтле тотоноу байтаҡ етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ярҙам итәсәк.

Радий Хәбиров Республика кардиология үҙәгендә күсмә “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте” үткәрҙе. Ултырышта тармаҡтағы эштәрҙе яйға һалырлыҡ етди мәсьәләләр ҡаралды, киләсәккә бурыстар билдәләнде.
Республика етәксеһе: “Бер нисә районда һәм ҡалала булырға өлгөрҙөм, халыҡ менән осраштым. Бөтәһен дә шул борсой, табиптар етмәй. Кешеләр иң ябай ярҙамды ла ала алмай. Беҙ байтаҡ ҡына эштәр башҡарҙыҡ, кадрҙар мәсьәләһе хәл ителә. Ошо йүнәлештә артабан да эшләргә кәрәк. Беҙҙең эш һөҙөмтәләрен кешеләр үҙҙәре күрергә һәм тойорға тейеш”, - тип билдәләне.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан
#ВладимирПутин
Читайте нас: