Яҡын йылдарҙа республикала мәғарифты үҫтереү өсөн 17,5 миллиард һум өҫтәмә аҡса бүлеү ҡаралған. Республика мәктәптәре Рәсәйҙә беренселәрҙән булып биш көнлөк һәм бер сменалы уҡытыуға күсәсәк. Яҡын йылдарҙа 21 өр-яңы, заманса мәктәп төҙөләсәк. Өфө районында “Милов паркы” торлаҡ комплексында урындағы ҡаҙна иҫәбенә дүрт ҡатлы 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөлөп бөтә. Инорс биҫтәһендә 1650 урынлыҡ, Булгаков ауылында 825 урынлыҡ, Жуков ауылында 375 урынлыҡ, Чесноковкала 640 урынлыҡ, Иглиндә 650 урынлыҡ мәктәптәрҙе файҙаланыуға тапшырыу байтаҡ проблемаларҙы хәл итеүгә мөмкинлек бирәсәк.
Бынан тыш ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа урынлашҡан ике йөҙләп мәктәп матди-техник базаһын яңыртасаҡ, өҫтәмә белем биреү өсөн “Һанлы мәғариф” программаһы менән тәьмин ителәсәк. 2019 йылда республика ҡалаларында уҡыусылар өсөн өс технопарк ишектәрен асасаҡ һәм иң һәләтле балаларҙы үҙ эргәһенә йыясаҡ.
Һүрәттә: "Милов паркы" торлаҡ комплексында төҙөләсәк мәктәп проекты.
#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан