+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июнь 2019, 13:19

“Тура эфир” һорауҙарға яуап көтә. Владимир Путинға – 600 меңдән ашыу һорау.

Мәғлүм булыуынса, 20 июндә РФ Президенты Владимир Путин тура эфирҙа ватандаштарының һорауҙарына яуап бирәсәк. Әлеге көнгә Президентҡа алты йөҙ меңдән ашыу һорау йыйылған да инде. Һорауҙар, һәр йылдағыса, төрлө йүнәлештә һәм йөкмәткелә.

Әлегә социаль проблемаларҙы хәл итеүҙе көткән һорауҙар күберәк. Халыҡты хаҡтарҙың артыуы, эш хаҡының, пенсияларҙың әҙ булыуы борсой. Шулай уҡ торлаҡ өсөн түләү, һалымдарҙың артыуы, ташламаларҙың кәмеүе хаҡында һорауҙар күп.
“Тура эфир” – йыл һайын үткәрелгән төп аралашыу сараларының береһе. Ул халыҡ араһында ғәйәт ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Быйыл да һорауҙарҙың күп булыуы – шуның дәлиле.
#ВладимирПутин
Читайте нас: