Башҡортостан республикаһы етәксеһе Радий Хәбиров “Башҡортостан лидерҙары” конкурсын иғлан итеү хаҡында белдерҙе. Был хаҡта Радий Фәрит улы үҙенең сәхифәһендә былай тип яҙа: “Бөгөн мөһим яңы проектты тормошҡа ашыра башлайбыҙ. Ул беҙгә һулар һауа һымаҡ кәрәк, сөнки һәр етәксене ике проблема мәшәҡәтләй: ҡайҙан квалификациялаы хеҙмәткәр табырға һәм квалификацияһы юҡтың борсоуынан нисек ҡотолорға? Ике проблеманы хәл итеү өсөн ошо конкурсты үткәрәбеҙ. Проекттың мәғәнәһе – әшнәләрҙән һәм коррупциянан тыш һәләтле кандидатты һайлап алыуҙы тәьмин итеү. Беҙ талантлыларға, инициативалыларға рәсми ярҙамдан тыш, кадрҙарҙы тәғәйенләү мөмкинлегенә өйрәнергә бурыслы”.