+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь 2019, 12:06

Владимир Путиндың тәҡдимдәре – иғтибар үҙәгендә. Иң мөһиме – хеҙмәттәшлекте киңәйтеү.

Владимир Путиндың Дүшәмбе ҡалаһында Азияла хеҙмәтәшлек һәм ышаныс саралары буйынса кәңәшмәнең пленар ултырышында яһаған сығышы – иғтибар үҙәгендә.

Владимир Путиндың Дүшәмбе ҡалаһында Азияла хеҙмәтәшлек һәм ышаныс саралары буйынса кәңәшмәнең пленар ултырышында яһаған сығышы – иғтибар үҙәгендә.
Владимир Путин әйтеүенсә, Рәсәй Федерацияһы Азияла тыныслыҡты, тотороҡлолоҡто нығытыу буйынса кәңәшмәлә ҡатнашҡан һәр дәүләт менән хеҙмәттәшлек итеү яҡлы. Ошо маҡсатта көстәрҙе туплауҙы мөһим тип һанайбыҙ. Үҙ-ара мөнәсәбәттәр БМО Уставының принциптарына, һәр беребеҙгә ышанысҡа, үҙ аллылыҡты хөрмәт итеүгә, эске эштәргә ҡыҫылмауға ҡоролорға тейеш.
Рәсәй Президенты сауҙа һәм иҡтисади мөнәсәбәттәр мәсьәләһен дә күтәрҙе. Сәйәси санкцияларҙы һәм сикләүҙәрҙе социаль-гуманитар өлкәнән сығарырға кәрәк, дарыуҙар, медицина ҡорамалдары менән илдәр иркен сауҙа итергә тейеш.
Владимир Путин террор, дини экстремизм, наркотиктар ташыу буйынса ла мөһим фекерҙәр әйтте. Сөнки Афғанстанда хәлдәр ҡатмарлаша, экстремистик ойошмалар яңынан күбәйә башланы.
#ВладимирПутин
Читайте нас: