Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында 119 илдән килгән һәм именлек өсөн яуап биргән вәкилдәр Х Халыҡ-ара советында хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса кәңәшләшә. Йыйылыусыларға ҡотлау һүҙҙәре менән республика етәксеһе Радий Хәбиров мөрәжәғәт итте.
Рәсәй Федерацияһы Именлек советы секретары Николай Патрушев әйтеүенсә, халыҡ-ара ойошма Европа, Америка, Африка, Азия ҡитғаларының 119 илен берләштерә һәм ҙур абруй менән файҙалана. Николай Патрушев кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.
Ултырышта ҡатнашыусылар бөгөн дәүләт именлеген тәьмин итеү, социаль-иҡтисади үҫеш шарттарында заманса гибрид ҡоралдарға ҡаршы тороу һымаҡ мәсьәләләр буйынса кәңәшләште. Конгресс залдарында заманса һаҡланыу саралары, күҙәтеү техникаһы һәм башҡа ҡорамалдарҙың күргәҙмәһе ойошторолдо.
Бөгөн-иртәгә Совет эшен дауам итә.