-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2019, 11:34

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм эшкәртеүгә законлы талап.

Дәүләт етәкселеге иғлан иткән ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү реформаһы хәҙер законлы нигеҙҙә тормошҡа ашырыла. Яңы ҡабул ителгән законға ярашлы ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм эшкәртеү нормаларын һаҡламаған граждандарға 2-3 мең һум күләмендә штраф, вазифалы етәкселәргә 30-40 мең һум штраф, юридик ойошмаларға 250-350 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Шулай уҡ малсылыҡ ҡалдыҡтары өсөн айырым граждандарға 5-7 мең һум, юридик шәхестәргә 50-60 мең һумға тиклем штраф һалыуҙары мөмкин.

“Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуға яҡын йылдарҙа Башҡортостанда 45,1 миллиард һум аҡса тотонолорға тейеш. Сығымдарҙың күпселеге электән ҡалған полигондарҙы эшкәртеүгә һәм юҡ итеүгә бүленә.
Киләсәк тураһында ла уйларға кәрәк. Республикала йәшелләндереү һәм ағастар ултыртыу өсөн 2024 йылға тиклем 380 миллион үҫентеләр әҙерләнәсәк, урман янғындарын һүндереү өсөн яҡындағы алты йылда 2 миллиард һумлыҡ техника һатып алынасаҡ.
#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: