+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2019, 12:10

Торлаҡ төҙөлөшөнә төп иғтибар. Мохтаждарға дәүләт ярҙамға килә.

Рәсәйҙә торлаҡ төҙөлөшө йылдан-йыл арта бара, ләкин аҙ тәьмин ителгәндәр йәшәгән фатирҙарын киңәйтеүҙән мәхрүм ҡала. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә лә әйтеп үткәйне. РФ Дәүләт Думаһы Президенттың күрһәтмәһен үтәү йөҙөнән өс һәм күберәк бала тыуған ғаиләләргә 450 мең һум күләмендә ярҙам хаҡында законды икенсе уҡыуҙа ҡабул итте.

Дәүләт мохтаждарға эҙмә-эҙлекле ярҙам итә. Быйыл, мәҫәлән, март айында Владимир Путин ҡатмарлы иҡтисади хәлдә ҡалғандарға алты айға тиклем ипотека каникулдары биреү мөмкинлеге хаҡында законға ҡул ҡуйғайны.
Башҡортостанда ла аҙ тәьмин ителгәндәргә ярҙам күрһәтелә. 2019 йылда 135 мең квадрат метр социаль торлаҡ төҙөләсәк. Хөкүмәттең “Уралсиб” банкы менән төҙөгән килешеүенә ярашлы, аҙ тәьмин ителгәндәргә ипотека ставкаһы 5,5 процентҡа тиклем кәметелә.
#ВладимирПутин
Читайте нас: