+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2019, 12:52

Владимир Путинды миллион һорау көтә. Һәр һорауға яуап буласаҡ.

Владимир Путин менән “Тура бәйләнеш” быйыл 17-се тапҡыр үткәрелә. Аналитиктар билдәләүенсә, быйылғыһына өмөт айырыуса ҙур. Әлеге ваҡытҡа дәүләт башлығына миллион самаһы һорау бирелгән дә инде. Президент Владимир Путин ошо айҡанлы 18 июндә үҙенең хакимиәте һәм Хөкүмәт вәкилдәре менән берлектә кәңәшмә үткәрҙе.

Һорауҙар күпселек социаль проблемаларҙы күтәрә. Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлау, пенсиялар, белем биреү. Ойоштороусылар вәғәҙә итеүенсә, бер һорау ҙа яуапһыҙ ҡалмаясаҡ. Улар тупланасаҡ, тармаҡтарға бүленәсәк һәм яуаплыларға, вазифалы кешеләргә, сара күреү өсөн, таратып биреләсәк. Мәғлүмәт сараларында был хаҡта хәбәрҙәр ишетелеп тора. Ҡайҙалыр етәксене ашығыс рәүештә вазифаһынан бушатҡандар, икенсеһендә хатта енәйәт эше асҡандар.
#ВладимирПутин
Читайте нас: