Мәғлүм булыуынса, бөгөн урындағы ваҡыт менән 14 сәғәттә Рәсәй Президенты Владимир Путин менән тура бәйләнеш эшләйәсәк. Тапшырыуҙы тура эфирҙа “Беренсе”, “Рәсәй-1”, “Рәсәй-24”, ОТР, НТВ, МИР телеканалдары, “Маяҡ”, “Вести-фм”, “Рәсәй радиоһы” радиостанциялары аша ҡарарға һәм тыңларға мөмкин.
Рәсәй Президенты бына өсөнсө көн инде һорауҙарға ентекле яуап бирергә әҙерләнә. Ошо хаҡта Президент хакимиәтендә кәңәшмә лә үткәрелде.
Дәүләт башлығы тура эфир һәйбәт ойошторолорға, етешһеҙлектәр булмаҫҡа тейеш, тигән талап ҡуйҙы.
Тура эфир асылып өлгөрмәне, ыңғай һөҙөмтәләре күренә лә башланы. Мәҫәлән, Асбест ҡалаһында 2010 йылда уҡ авария хәлендәге торлаҡтан ғаиләләрҙе күсереү хаҡында ҡарар ҡабул ителгән, аҡса бүленгән, ләкин хәл ителмәгән. Дүшәмбе халыҡ Путинға видео-мөрәжәғәт менән сығыш яһаған, ә кисенә бөтәһенә лә фатир биргәндәр. Шулай итеп, туғыҙ йыл хәл ителмәгән мәсьәлә бер көн эсендә бойомға ашҡан.