-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июнь 2019, 11:24

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Заманса ФАП-тар асыласаҡ.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу төпкөл ауылдарҙа элек ябылған фельдер-акушер пункттарын яңынан асыу һәм халыҡты хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыуҙы ла күҙ уңында тота. Быйыл Башҡортостанда 625 миллион һум аҡса 22 пункт төҙөүгә һәм иҫкеләрен ремонтлауға бүленгән. Бынан тыш 27 күсмә медицина комплексы һатып алынасаҡ.

Ошо көндәрҙә Илеш районының өс ауылында шатлыҡлы ваҡиғалар булды. Йәйләү, Иҫәмәт, Иҫке Татыш ауылдарында өр-яңы, заманса фельдшер-акушер пункттары асылды. Мәҫәлән, Йәйләүҙәге ФАП иҫке, авария хәлендәге бинала урынлашҡайны. Хәҙер унда өр-яңыны төҙөп ултырттылар. Иҫәмәт менән Иҫке Татыш ауылындағылары ла ҡулайлаштырылған, үткән быуаттан ҡалған биналарҙа ине.
Илештәрҙең шатлығын аңларға була. Яңы пункттарҙа дауаланыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар: фельдшер кабинеты, процедура өсөн бүлмә, сират өсөн уңайлы зал, шунда уҡ – аптека. Бөтә биналарҙа ла электр, йылылыҡ үткәрелгән, хатта йылы һәм һалҡын һыуы ла бар, канализация эшләй.
#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в