+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь 2019, 11:54

Иң көслө дәүләт башлыҡтары Японияға йыйыла. Владимир Путин Дональд Трамп менән осрашырмы?

Июнь аҙағында Японияның Осака утрауында Ер шарының иң көслө һәм бай егерме дәүләтенең башлыҡтары ҡорға йыйыласаҡ. Улар донъя иҡтисадының артабанғы үҫеше, экологияны һаҡлау, миграцияны яйға һалыу, “ҡыҙыу нөктәләрҙә” тыныслыҡ урынлаштырыу һымаҡ мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алышасаҡ.

Ара-тирә Дональд Трамп менән Владимир Путин осрашып, һөйләшеүҙәр үткәрәсәк, тигән хәбәр ишетелгеләп ҡалды. Был юлы аяҡ өҫтө булһа ла фекер алышыу буласаҡ, тигән фараз өҫтөнлөк иткәйне. Ниһайәт, мистер Трамп, тулы форматлы осрашыу буласаҡ, тип ҡыуандырҙы. Быныһын киләһе йылда АҠШ-та үтәсәк президент һайлауҙары менән бәйләргә кәрәк, сөнки үткән аҙнала Трамп, ярандарын йыйып, яңынан һайлауҙарға барасағы хаҡында иғлан итте. Ә АҠШ-та йәшәүселәрҙең 20 проценты самаһы Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙең көйләнеүен талап итә. Шуға күрә был һайлаусыларҙың тауыштары һәр дәғүәсе өсөн мөһим.
#ВладимирПутин.
Читайте нас: