-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь 2019, 11:26

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Кешеләр ыңғай үҙгәрештәрҙе тойорға тейеш.

РФ Президенты Владимир Путин “Тура бәйләнеш” ваҡытында милли проекттарҙың ыңғай һөҙөмтәләрен кешеләр быйыл уҡ күрергә тейеш, тип билдәләне. Ысынлап та, Рәсәй халҡының йәшәү рәүешен, тормошон, киләсәген яҡшыртыуға йүнәлтелгән 28 триллион һум аҡса быйыл беренсе тапҡыр бүленә.

Сығымдарҙың төп өлөштәренең береһе – һаулыҡ һаҡлауҙың матди-техник базаһын нығытыуға, кадрҙар проблемаһын хәл итеүгә йүнәлтелгән. Тармаҡ үҫеш юлында, тип әйтергә ныҡлы нигеҙ бар. Башҡортостанда быйыл йыллыҡ ҡаҙна сығымдарына тыш һаулыҡ һаҡлауға 16,4 миллиард һум бүлеү ҡаралған. Быйыл республика дауаханаларында 1150 табип, 977 урта медицина персоналы етешмәй ине. Кадрҙарҙы йәлеп итеү буйынса ярты йылда байтаҡ эш башҡарылды, 185 табип, 216 урта медицина персоналы эшкә ҡабул ителде. Был йүнәлештә эштәр артабан да дауам итәсәк.
#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: