+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь 2019, 11:23

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Йәшәгән төйәгебеҙ матур һәм уңайлы булһын.

Милли проекттар торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә һәм ҡалала йәшәгән кешеләр өсөн уңайлы итеүгә лә йүнәлтелгән. Башҡортостанда былтыр 2 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ файҙаланыуға таршырылған. Киләсәктә йыл һайын 3,7 миллион кв. метрға тиклем торлаҡ төҙөлөргә тейеш. Был маҡсаттың үтәлеренә өмөт бар. Сөнки быйыл йыл башынан торлаҡ былтырғыға ҡарағанда 32 процентҡа күберәк төҙөлгән.

Торлаҡты төҙөү генә етмәй, халыҡтың матди хәле яңы фатирҙарҙы һатып алырлыҡ булырға тейеш. Бының өсөн ташламалы ипотека, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә дәүләт субсидиялары биреү ҡаралған.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуға 6,4 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Быйыл һәм киләһе 2024 йылға тиклем ҡалаларҙа һәм райондарҙа 142 баҡса, парк, скверҙар һәм ял урындары төҙөү ҡаралған. Кешеләр өсөн хәҙер ултыртылған ағастар, йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар ғына етмәй, ял урындары заманса һәм уңайлы булырға тейеш. Кешеләрҙең үҙҙәрен дә ял итергә өйрәткәндә, артыҡ булмаҫ ине. Сөнки төҙөп тә бөтәләр, икенсе көнөнә вандалдар емерә лә башлай. Хәйер, быныһы бөтөнләй икенсе мәсьәлә.
#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: