+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь 2019, 11:56

Президент, 90-сы йылдарҙы иҫкә төшөрөп, “Берҙәм Рәсәй”ҙе яҡларлыҡ һүҙҙәр тапты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Тура бәйләнеш” ваҡытында “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенә ҡаршы яңғыраған тәнҡит һүҙҙәренә аңлатма биреп, 90-сы йылдарҙы иҫкә төшөрҙө һәм фирҡәне яҡларлыҡ һүҙҙәр тапты. “Берҙәм Рәсәй” властҡа килгәнсе, социаль өлкә, шулай уҡ сәнәғәт һәм “оборонка” тулыһынса юҡҡа сыҡҡайны, – тине Президент, – хәрби көстәрҙе емерҙеләр, илде граждандар һуғышына – Кавказдағы ҡан ҡойошҡа, дәүләтте үҙаллылығын юғалтыу һәм тарҡалыу сигенә еткерҙеләр”.

Шул йылдарҙа ил башында торған кешеләрҙең бөтәһе лә ғәйепле түгел, ләкин уларҙың араһында хәл-ваҡиғалар өсөн яуап бирергә тейешле кешеләр ҙә бар. “Мин, ҡабатлайым, уларҙы банда тип атарға теләмәйем, ләкин был уларҙың эш һөҙөмтәһе”, – тине Президент 90-сы йылдар көрсөгөн иҫкә төшөрөп.
Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә 90-сы йылдарҙағы мәхшәрҙе иҫкә төшөрәйек. Ярты йылға тиклем һуңлаған эш хаҡы һәм пенсиялар, аҡсаһыҙлыҡ һәм хәйерселек. Беҙ бөтәһен дә күрҙек. Хәҙер булғанына шөкөр итәйек.
#ВладимирПутин.
Читайте нас: