+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июнь 2019, 10:29

Быны нисек аңларға – ҡаҙна сығымдары артҡан. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 15 миллиард һум.

Башҡортостан Республикаһы уртаҡ федераль ҡаҙнаға иң күп һалым түләүсе төбәктәрҙең береһе. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда республика ҡаҙнаһынан сығымдар артҡан. Был яҡшымы, әллә насармы?

Башҡортостан Республикаһы уртаҡ федераль ҡаҙнаға иң күп һалым түләүсе төбәктәрҙең береһе. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда республика ҡаҙнаһынан сығымдар артҡан. Был яҡшымы, әллә насармы?
БР Финанс министрлығы белдереүенсә, һуңғы биш айҙа төбәк ҡаҙнаһына 77 миллиард һумдан ашыу аҡса йыйылған. Был сумма йыллыҡ пландың 40,6 процентын тәшкил итә. Бынан тыш федераль ҡаҙна социаль һәм башҡа сығымдарҙы ҡаплау өсөн 48 миллиард һум аҡса күсергән, шул иҫәптән 15 миллиард һум – милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн.
Шул уҡ ваҡытта республика ҡаҙнаһының сығымдары 72 миллиард һум тәшкил
иткән, йәғни, былтырғы осор менән сағыштырғанда, 10 миллиард һумға күберәк.
Шулай итеп, ҡаҙнаға аҡса туплау 5 миллиард һумлыҡ профицит (килемдең сығымдан
күберәк өлөшө) менән үтәлгән. Был һандар республика предприятиеларының табышлы
эшләүе, һалымдарҙы ваҡытында күсереүе, эш хаҡының үҙ ваҡытында түләнеүе хаҡында
һөйләй.
Читайте нас: