-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июнь 2019, 11:06

Тормош шулай ҡоролған: ата ҡаҙға ла сәләм бирҙертә. Владимир Путин менән Дональд Трамп Японияла осрашасаҡ.

Һуңғы арала донъя сәйәсмәндәрен бер генә мәсьәлә борсой: Осакала үтәсәк 20 иң көслө дәүләттең сираттағы саммитында Рәсәй лидеры менән АҠШ президенты осрашырмы? Һуңғы хәбәр былайыраҡ, тулы форматта осрашыу буласаҡ, тик ул оҙаҡ бармаясаҡ, ти күҙәтеүселәр.

Трамп һуңғы осор йоҙороҡтары менән һауаны ла һелкетеп алды. Иран ҡораллы көстәренә һөжүм итеү хаҡында приказ биргәс, бойороғон ун минут ҡала туҡтата. Йәнәһе, Иранды бер аҙ ҡурҡытып алырға теләгән.
Ә был хаҡта Ҡытай сәйәсмәндәре, әйткәндәй, улар Иран яҡлы, былай тип
аңлата: һөжүм булған осраҡта бер нисә көндән Трампҡа Владимир Путин һәм Си
Цзиньпин алдында аҡланырға һәм яуап тоторға тура килер ине. Ярай, Трамп туҡтап
ҡалды, пушкалар өндәшмәне, ә нефткә хаҡтар күтәрелде лә китте. Ә бынан кем отто
һуң? Әлбиттә, әлеге АҠШ. Сөнки һуңғы йылдарҙа Америкала һәүерташ нефте сығарыу
киң ҡолас алды. Ә был тармаҡ уңышлы эшләһен өсөн нефткә юғары хаҡтар кәрәк.
Читайте нас: