+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июнь 2019, 11:18

Украинала газ бөтә, Зеленский Путин менән осрашыу эҙләй. Күршеләргә йәй көнө усаҡ яғырға тура килмәгәйе.

Был хәбәр дөрөҫ, Украинаның газ һаҡлағыстарында һуңғы запастарҙы торбаларға ҡыуалар. Әгәр былай барһа, йәки Рәсәй менән килешмәһәләр, газ тоҡандырыу өсөн шырпыларҙың кәрәге бөтәсәк. Украина президенты хакимиәтендә ашығыс рәүештә Владимир Зеленский менән Владимир Путиндың осрашыуын ойоштороу ихтыяжы хаҡында хәбәрҙәр бар. Йәнәһе, оҙаҡламай Осакала 20 иң көслө дәүләттең саммитында тәүге осрашыуҙың булыуы ихтимал.

Рәсәй яғы был хәбәрҙе ҡәтғи рәүешә инҡар итә. “Эш күп, графикта ундай осрашыу юҡ”, – ти Рәсәй Президентының матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков.
Украина Тышҡы эштәр министры Павел Климкин осрашыуҙың булыуы ихтимал, тип фараз итә.
Осакала саммит 28-29 июндә үтәсәк, көтөргә күп ҡалманы, ваҡыты етер,
күрербеҙ.
Читайте нас: