0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь 2019, 11:06

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Табиптар ни өсөн етешмәй?

Хөкүмәттә үткәрелгән сираттағы оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин тармаҡта кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе хаҡында һөйләне. Ғинуар-май айҙарында эшкә 230 медицина хеҙмәткәре ҡабул ителгән, ыңғай үҙгәреш күҙәтелә. Өфө, Баймаҡ, Бәләбәй, Туймазы, Саҡмағош, Ҡалтасы райондарында табиптар һаны артҡан. Ә бына Белорет, Салауат, Өфө ҡалаһының Дим районы медицина учреждениеларында кадрҙар һаны кәмегән. “Тиҙ ярҙам” хеҙмәткәрҙәре араһында хәлдәр насар. 27 белгес эштән киткән, урындары әле лә буш. Максим Забелин кадрҙарҙы ҡабул итеү өсөн 300 миллион һум аҡса бүленеүе хаҡында белдерҙе. Шуныһы ҡыуаныслы, һаулыҡ һаҡлауҙың матди-техник базаһын нығытыу тәүге ыңғай һөҙөмтәләр бирҙе. Ялыуҙар һәм мөрәжәғәттәр һаны һиҙелерлек кәмегән.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡала һәм райондарҙың хакимиәт башлыҡтарына кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса план төҙөргә ҡушты. Радий Фәрит улы “Тиҙ ярҙам” хеҙмәткәрҙәренең эштән китеүен ғәҙәттән тыш хәл тип баһаланы.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға бүленгән 16,4 миллиард һум тармаҡтың матди-техник базаһын нығытыу, кадрҙар менән тәьмин итеү өсөн ярҙам буласаҡ. Өр-яңы поликлиникалар файҙаланыуға тапшырыласаҡ, 625 миллион һум аҡса 22 Фельдшер-акушер пункты төҙөүгә бүленгән, 27 күсмә медицина комплексы һатып алынасаҡ.
Читайте нас: