2007 йылдың октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Конгресс-Холлды беренсе тапҡыр күргәс тә: “Бында Рәсәй кимәлендә ҙур саралар үткәрергә мөмкин”, – тип юғары баһа биргәйне. Бынан һуң Конгресс-Холлда донъя, Рәсәй, Башҡортостан кимәлендәге йөҙҙәрсә тантана, осрашыуҙар, ултырыштар ойошторолдо.