+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июнь 2019, 10:13

Тәртип юлдан башлана. Милли проекттар яңы бурыстар ҡуя.

Кисә Кремлдә Рәсәй Федерацияһында автомобиль юлдары селтәрен үҫтереү һәм юл хәрәкәте именлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса Дәүләт Советы ултырышы үтте. Ултырышты РФ Президенты В.В. Путин алып барҙы һәм инеш һүҙ менән сығыш яһаны. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа федераль кимәлдәге юлдарҙы техник талаптарға тап килтереү буынса ҙур эш башҡарылған. Мәҫәлән, 2010 йылда федераль трассаларҙың 38 проценты самаһы ғына стандарттарға яуап биргән, һуңғы дүрт йылда 2423 км. юл төҙөлгән һәм техник талаптарға яуап биргән юлдар күләме 83 процентҡа еткән. Юлдарҙың видео-камералар урынлаштырылған өлөшө йылдан-йыл арта бара. Тик Президент күҙәтеү сараларының йәшереп ҡуйылыуы менән ҡәнәғәт түгел. Камералар күренеп торорға һәм водителдәрҙе тәртипкә өйрәтергә бурыслы.

Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыуға ҙур сығымдар бүленә. Хәҙер төбәк эсендәге юлдарҙы техник талаптарға яуап бирерлек кимәлгә еткереү хаҡында уйларға ваҡыт.
Быйыл Башҡортостанда, милли проекттарға ярашлы, юл төҙөлөшөнә 33,4 миллиард һум аҡса бүленгән. Яңы юлдар төҙөү, булғандарын ремонтлау республикабыҙҙа киң ҡолас алды. Ниһайәт, Өфө-Ырымбур юлын дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеү, булғанын ремонтлау буйынса эштәр башланды. Авариялар йыш теркәлгән 17 урында 430 видео-регистратор урынлаштырыу юлдарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итер, тип көтөлә. Башҡарылған эштәр, элекке йыл менән сағыштырғанда, юл-транспорт ваҡиғаларында үлем осраҡтарын өс тапҡырға кәметергә тейеш.
#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: