+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июнь 2019, 10:19

Владимир Путин менән Дональд Трамп осрашасаҡ. Осрашыу бер сәғәт самаһы барасаҡ.

Осрашыуҙы ойоштороу менән шөғөлләнеүселәр ҡәнәғәт, ниһайәт, ике бөйөк дәүләттең лидерҙары осрашасаҡ һәм үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алышасаҡ.

Осрашыуҙы ойоштороу менән шөғөлләнеүселәр ҡәнәғәт, ниһайәт, ике бөйөк дәүләттең лидерҙары осрашасаҡ һәм үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алышасаҡ.
Ике яҡлы осрашыу алдағы йома урындағы ваҡыт менән 14 сәғәттә башланасаҡ. Ике президент осрашыу ваҡытында Сирия, Афғанстан, Венесуэла, Украина һымаҡ мәсьәләләрҙе, Иран проблемаһын, ҡоралһыҙланыу, тотороҡлолоҡто тәьмин итеү буйынса фекер алышасаҡ. Һәр ике яҡтан дүрт-биш кеше ҡатнашасаҡ. Һөйләшеүҙәр ваҡытында көн тәртибенә башҡа мәсьәләләрҙең дә индерелеүе бик ихтимал.
Осакалағы саммитта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың осрашыуҙар графигы бик тығыҙ, тағы ла бер нисә дәүләт һәм хөкүмәт башлығы менән һөйләшеүҙәр ҡаралған.
# ВладимирПутин
Читайте нас: