+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июнь 2019, 10:48

Тәүәккәл һәм эҙләнеүсе йәштәр заманы. Фәнде үҫтермәгәндәр отоласаҡ.

Хәҙерге тиҙ үҙгәреүсән заманда фәнде үҫтереүгә аҙ сығымдар бүлгән дәүләттәр алдынғылар сафына баҫыуға өмөт итә алмай. Рәсәй дәүләте милли проекттарҙы тормоша ашырыуҙа фәнде үҫтереүгә һәм алдынғы технологияларға таянып, дөрөҫ эшләй. Һуңғы йылдарҙа өр-яңы технологияларҙы етештереүгә индереүгә, яңыларын уйлап табыуға байтаҡ аҡса бүленде.

Башҡортостан Республикаһының да фәнни-техник потенциалы бик юғары. Милли
проекттарға ярашлы, республикала фәнде үҫтереүгә яҡын йылдарҙа 4 миллиард
һумдан ашыу сығымдар бүленәсәк. Хәҙер эҙләнеүсән йәштәр, бәйләнештәрҙе үҫтереү
заманы килде. Башҡортостан фәнни-мәғариф үҙәк төҙөүгә конкурста ҡатнаша. Еңгән
осраҡта беҙ комплекслы фәнни-мәғариф үҙәк төҙөүгә, Рәсәйҙең алдынғы ғилми һәм
юғары уҡыу йорттары менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә
эйә булабыҙ.
Читайте нас: