+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2019, 09:55

Эшлекле осрашыуҙар, һөҙөмтәле һөйләшеүҙәр. Япония милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашырға теләй.

РФ Президенты В. В. Путиндың Японияла үткән 20 иң көслө дәүләт саммитына сәфәре көтөлгәндән дә һөҙөмтәлерәк булды. Рәсәй Президенты Англия, АҠШ, Сәғүд Ғәрәбстаны, Һиндостан, Ҡытай, Германия, Көньяҡ Африка, Төркиә һәм башҡа дәүләттәрҙең башлыҡтары менән эшлекле осрашыуҙар үткәрҙе.

Сәфәренең иң һуңғы көнөндә Владимир Путин Япония премьер-министры Синдзо Абэ менән үҙ-ара хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү һәм проекттар хаҡында һөйләшеп килеште. Япония беҙҙән күпләп нефть, газ, ағас, металл һатып ала, беҙ башлыса өр-яңы технологияларға, роботтарға мохтажлыҡ кисерәбеҙ. Япония яғы Рәсәй иҡтисадының һәм сәнәғәтенең үҫешен ҡыҙыҡһынып күҙәтә һәм киләсәккә пландар ҡора. Мәҫәлән, 2024 йылға тиклем Рәсәй Хөкүмәте милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 28 триллион һум аҡса бүлде. Япония эшҡыуарҙары был проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашырға әҙер. Мәҫәлән, беҙҙең дауаханаларға заманса медицина ҡоралдары кәрәк. Уларҙы аралашсыларһыҙ, Япония предприятеларынан туранан-тура һатып алыу беҙгә арзанғараҡ төшөр ине.
Япония эшҡыуарҙары Рәсәй предприятиеларын алдынғы технологиялар менән ҡоралландырыуҙа, файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә үҙ инвестицияларын индерергә бөгөндән әҙер.
Читайте нас: