+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2019, 10:01

Иркутск өлкәһенең ҙур өлөшөн һыу баҫты. Рәсәй Президенты ҡазаға тарығандарҙы урап үтмәне.

Иркутск өлкәһендә ҡойма ямғырҙарҙан һуң быуа йырылды һәм ҙур майҙандарҙы һыу баҫты. Йорттар, предприятелар, юлдар, һыу аҫтында ҡалыу сәбәпле, өлкәлә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, һыу кимәле 13 метрға тиклем күтәрелгән, ҡаза һөҙөмтәһендә 5 кеше һәләк булған, икәү хәбәрһеҙ юғалған.

Әгәр Японияға уңышлы сәфәренән һуң Белоруссияға Икенсе Европа спорт уйындарын ябыу сараһында ҡатнашыуға саҡырылған Рәсәй Президенты ҡазаға тарыған райондарҙы урап үтһә, бик сәйер тойолор ине. Президенттың самолеты Братск ҡалаһына төн уртаһында килеп төштө һәм Владимир Путин төбәк етәкселәре менән ҙур кәңәшмә үткәрҙе, бәләгә тарыусыларҙы кейем-һалым, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, зыянды ҡаплау хаҡында ҡәтғи күрһәтмәләр бирҙе.
Әлеге мәлдә һыу кимәле аҡрынлап кәмей, йорт-ерһеҙ ҡалғандар ваҡытлы пункттарға урынлаштырылған, һыу, аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителгән. Себер федераль округында зыян күреүселәргә ярҙам йөҙөнән гуманитар йөктәр әҙерләнә.
#ВладимирПутин.
Читайте нас: