Рәсәй Президенты Владимир Путин милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу хаҡында Указға ҡул ҡуйып, Хөкүмәт алдына ҡатмарлы, ләкин үтәлерлек бурыстар ҡушты. Проекттарҙың иң мөһимдәренең береһе бөгөнгө көндә тәбиғәтте һаҡлауға ҡайтып ҡала. Мәҫәлән, Башҡортостанға экологияны һаҡлауға 2024 йылға тиклем 45 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Бүленгән аҡса маҡсатлы, әрәм-шәрәм ителмәй тотонолорға тейеш, сөнки хәл итеүҙе көткән етешһеҙлектәр бик күп.
Шуларҙың иң мөһимдәренең береһе – көнкүреш ҡалдыҡтары, йәғни, сүп-сар реформаһы. Үҙегеҙ күргәнегеҙ барҙыр, ҙур ҡалалар ғына түгел, иң бәләкәй ауылдар эргәләре ҡулланыуҙан ҡалған рөхсәт ителмәгән сүп-сар ояһына әүерелеп бара. Хәҙер милли проекттарҙан тыш ҡалдыҡтарҙы ташыу һәм эшкәртеү өсөн һәр кеше өҫтәмә аҡса түләй. Башҡаса мөмкин түгел. Бары тик бергәләп, һәр беребеҙ үҙ яуаплылығын тойоп, үҙ өлөшөн индереп кенә еңергә мөмкин сүп-сар донъяһын.
Проекттарға ярашлы, 2024 йылға тиклем илдә барлыҡ рөхсәтһеҙ асылған ҡалдыҡтар полигондары юҡ ителергә һәм заманса эшкәртеү комплекстары төҙөлөргә тейеш. Башҡортостанда быйыл Өфөлә 11, Нефтекамала 5 полигон таҙартыласаҡ.
Республикала “Экология” милли проекты урындағы мәнфәғәттәрҙе иҫәпкә алып, 11 йүнәлештә тормошҡа ашырыласаҡ. Уларҙың һәр береһе кешеләрҙең һулар һауаһын, эсер һыуын, ҡулланыр мөхитен яҡшыртыуға иҫәп тотоп төҙөлгән.