+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июль 2019, 11:15

Туйға йыйылдылар, йыназаға тура килделәр. Рәсәй Президенты Көнбайышты либерализмдан ҡотолорға саҡыра.

Сәйәсмәндәр, эксперттар, белгестәр әле булһа Японияла үткән иң көслө 20 дәүләт саммиты йомғаҡтарын барлай. Осрашыуҙың көн тәртибе айҙар буйына, ҡат-ҡат тикшерелеп, ентекләп төҙөлә. Ләкин Рәсәй Президенты Владимир Путин Бөйөк Британияның “Financial Times” гәзитенә биргән интервьюһы менән алдан әҙерләгән көн тәртибен юҡҡа сығарҙы.

Сәйәсмәндәр, эксперттар, белгестәр әле булһа Японияла үткән иң көслө 20 дәүләт саммиты йомғаҡтарын барлай. Осрашыуҙың көн тәртибе айҙар буйына, ҡат-ҡат тикшерелеп, ентекләп төҙөлә. Ләкин Рәсәй Президенты Владимир Путин Бөйөк Британияның “Financial Times” гәзитенә биргән интервьюһы менән алдан әҙерләгән көн тәртибен юҡҡа сығарҙы.
Рәсәй Президенты, ябай ғына итеп әйткәндә, традицияға әйләнгән Көнбайыш либерализмынан ҡотолорға, йәғни, уны ерләргә саҡырҙы. Тап ошо либерализмдан ҡотолоу мәшәҡәте саммиттың көн тәртибендә иң мөһимгә әйләнде.
Ә нимә һуң ул либерализм? Беҙҙә лә бар бит ул либерал демократтар. Ошо сәйәсәттең асылына төшөнөр өсөн беҙҙең либераль демократтарҙың юлбашсыһын (ғәфү итегеҙ, фамилияһын телгә алырға теләгем юҡ) күҙ алдына баҫтырығыҙ, һәм уның нимәләр ҡыйланғанын иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Шуның менән етәр.
Көнбайыш үҙенең традицион ҡиммәттәренән баш тартырға бик ашыҡмай. Ә бына Владимир Путин ошо интервьюһынан һуң донъяның иң күренекле сәйәсмәненә әүерелде. Сәйәсмәндәр билдәләүенсә, 2014 йылда Владимир Путин ҡоралһыҙ һәм бер атыуһыҙ Ҡырымды Рәсәйгә кире ҡайтарғас, юғалып ҡалған Ангела Меркель: “Путин икенсе донъяла йәшәй”, – тип иғлан иткәйне. Хәҙер иһә, либерализмды инҡар иткәндән һуң барлыҡ ғаләмгә Путин донъяһында йәшәргә тура килмәгәйе, тип билдәләй сәйәсмәндәр. Сөнки Ангела Меркель традицион булмаған юҫыҡтағыларҙы аяуһыҙ яҡлауы менән үҙенә табыныусыларҙы юғалтып бөтөп бара.
“Донъяның киләсәген Владимир Путин яҡшыраҡ күрә, – ти сәйәсмәндәр. – Мультикультуризм һәм традицион булмаған юҫыҡтар һаҡсыһы Ангела Меркель ханымға либерализмдан баш тартыуҙы “Рәсәй пропагандаһы” тип аҡланырға ғына ҡала.
Бөгөн Европа сәйәсмәндәре донъяның киләсәк нигеҙе булып путинизм килмәгәйе, тип яр һала. Европаның ҡото осоуы осраҡлы түгел. Дөрөҫ булһа, “путинизм” Польшала еңгән, сиратта Италия, Венгрия, хатта Төркиә. Ни өсөн? Баҡ тиһәң, был илдәр глобалистар көйөнә бейеүҙән баш тарта, үҙ мәҙәниәттәрен үҫтерә һәм үҙҙәрендә йылдар буйы барлыҡҡа килгән һәм һыналған мәңгелек ҡиммәттәрҙе яҡлай.
Шайтан алғыры, был ҡурҡыныс хаҡында Дональд Трамп беләме һуң? Мистер Трамп нимә ти? Ҡот осҡос хәл. Трамп Путинды тулыһынса яҡлай һәм уның яҡлылар сафына баҫырға әҙер. Миҫал өсөн Лос-Анджелес, Сан-Франциско һымаҡ ҡалаларҙы килтерә һәм келәм һымаҡ түшәлеп ятҡан шприцтарҙы иҫкә төшөрә. Баҡ тиһәң, унда тиф, ҡомаҡтар өйөрө менән йөрөй, бысраҡлыҡ Һиндостандың иң фәҡирҙәр йәшәгән төбәктән түбән түгел. Ҡарағыҙ әле, бөтә наркомандар Сан-Францискоға йыйыла. Нимәгә йыйыла? Бында наркомандарға шприцтарҙы бушлай өләшәләр икән.
Элтон Джондың килеп ҡушылыуын әйт әле. Владимир Путин: “Исмаһам, балаларҙы йәлеп итмәгеҙ”, – тигән саҡырыуы менән барыһын да үҙ урынына ултыртты.
Көнбайыш әлегә уйлана. Путиндың фекерҙәрен ишетмәмеш булырға мөмкин, ләкин “Көнбайыштың радикаль либерализмы” күптәрҙең үҙәгенә үтте һәм унан ҡотолорға теләүселәр көндән-көн арта бара. Был осраҡта Путиндың фекерҙәштәрен “Кремль агенттары” тип кенә ҡотолоп булмаясаҡ.
Читайте нас: