Ошо аҙнала РФ Президенты Владимир Путин тура бәйләнештә күтәрелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Шулар араһында йәш ярымдан өс йәшкә тиклем балалар тәрбиәләгән мохтаж ғаиләләргә түләүҙәрҙе арттырыу – иң мөһимдәренең береһе. 2020 йылдың 1 ғинуарынан ай һайын аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өс йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән өсөн йәшәү минимумы күләмендә түләү аласаҡ.
Янғын һүндереүселәр эш хаҡының аҙлығына зарланғайны. Уларҙың эш хаҡы быйылдан 24 мең һумға, ә 2020 йылдың башынан 32 мең һумға тиклем күтәреләсәк.
Дағстанда контртеррористик операцияларҙа ҡатнашыусылар һуғыш хәрәкәте ветерандары сифатында ташламаларға эйә буласаҡ һәм пенсия аласаҡ.
Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен күҙәтеү аҫтында тотоу буйынса ла етди күрһәтмәләр бирелде. “Эске эштәр органдарының эшмәкәрлеген контролдә тотоуҙы яйға һалырға кәрәк, – тип билдәләне Президент, – ғәйепһеҙ кешеләргә яла яғып, хөкөмгә тарттырыуҙан ҡотолорға ваҡыт.
Президент күрһәтмәләренең үтәлеше Хөкүмәт, Президент хакимиәте тарафынан