Демография мәсьәләһе милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа төп урындарҙың береһен алып тора. Сер түгел, Рәсәй халҡы күҙгә күренеп кәмей бара. Бындай осраҡта дәүләт ярҙамынан тыш демография проблемаларын хәл итеү мөмкин түгел. Күптән түгел генә йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә пособие түләү тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне.
Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң өс һәм күберәк бала тыуған ғаиләләргә торлаҡ һатып алған өсөн ипотека кредиттарын компенсациялау тураһында Рәсәй законына ҡул ҡуйҙы. 450 мең һум күләмендәге компенсация түләүе һалымдан азат ителә.
Закон 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә буласаҡ, уңышлы тормошҡа ашырылған осраҡта, уның ваҡытының оҙайтылыуы мөмкин.
Ипотека компенсацияһы юллау өсөн ғәҙәттәге документтар талап ителәсәк һәм банктарға түләү өсөн аҡса күсереләсәк.
Хөкүмәттә билдәләнеүенсә, әлеге компенсация ярҙамы менән Рәсәйҙә быйыл
уҡ 30 мең самаһы ғаилә файҙалана аласаҡ.