-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июль 2019, 11:41

Киләһе йыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнәсәк. АҠШ президенты Дональд Трамп Мәскәүгә йыйына.

Үткән ай аҙағында Рәсәй Президенты Владимир Путин Японияла иң көслө 20 дәүләт саммитында ҡатнашты. Осрашыуҙар ваҡытында Рәсәй Президенты үҙенең коллегаларын 2020 йылда Мәскәүҙә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләргә саҡырған. Саҡырылыусылар араһында АҠШ президенты Дональд Трамп та бар. Ул ихлас ҡыуанған һәм байрамға килергә теләге барлығын белдергән.

Ошондай уҡ саҡырыуҙы Франция президенты Эммануэль Макрон, Германия канцлеры Ангела Меркель, Төркиә президенты Рәжәп Эрдоган алған.
Дональд Трамптың Мәскәүгә килергә теләүенең сәбәбе бер – киләһе йыл
АҠШ-та президент һайлауҙары буласаҡ, кандидаттар һәр мөмкинлекте файҙаланасаҡ.
Ҡушма штаттарҙа Рәсәй менән мөнәсбәттәрҙе яйға һалырға теләүселәр байтаҡ.
Мәҫәлән, Петербургта үткән һуңғы Халыҡ-ара иҡтисади форумға АҠШ-тан иң ҙур
делегация – 550 самаһы эшҡыуар килде.
Читайте нас в