-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июль 2019, 08:00

Луизанан уҙҙырған кассирҙар бар. Мәскәүҙә бер кассир 41 миллион һум менән юғалған.

Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән 16,4 миллион һум тармаҡтағы проблемаларҙы хәл итергә тейеш. Ишембай ҡалаһында йәшәүселәр дауаханала тейешле шарттарҙың етешмәүенә зарлана. Шуны иҫәпкә алып, ҡалала акушер-гинекологик корпус төҙөләсәк. Эштең заказсыһы булып Башҡортостан Республикаһы Капитал төҙөлөш идаралығы тора.

Яңы бинала тиҙ ярҙам, ҡабул итеү пункттары ҡаралған, ашығыс осраҡта әмәлиәт эштәрен дә ойошторорға мөмкин. Балалар тыуҙырыу дауаханаһында йәш әсәйҙәр өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Ихтыяж тыуғанда өс балалар тыуҙырыу бүлмәһен файҙаланырға мөмкин. Яңы тыуған сабыйҙар өсөн, мохтажлыҡ булған осраҡта, интенсив терапия бүлеге, өс кювез бар. Ошонда уҡ көнөнә 200 кешене ҡабул итерлек ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы буласаҡ, УЗИ, лаборатория, ун урынлыҡ көндөҙгө стационар эшләйәсәк.
Төҙөлөш эштәре киләһе йылдың йәйенә тиклем тамамланасаҡ.
Читайте нас: